Зәйнуллина Һәҙиә Сәғит ҡыҙы

Зәйнуллина Һәҙиә Сәғит ҡыҙы

үҙгәртергә

Минең әсәйем – Байназарова-Зәйнуллина Һәҙиә Сәғит ҡыҙы 1926 йылдың 20 июлендә Байназар ауылында донъяға килгән. Ыуыҙ ғына үҫмер сағы дәһшәтле һуғыш йылдарына тура килгәнгә, дөйөм эш ҡаҙанында башҡалар менән бергә ҡайнап, ил өҫтөнә төшкәнде күндәм күтәрешеп, беләк көсө менән Еңеүгә өлөшөн индерә ул.

- Колхозда үгеҙ менән ерен дә һөрөлдө, Бешәке фермаһында һарығын да көтөлдө инде. Васька ҡарт ферма мөдире ине, - тип хәтер йомғағын һүтә ине әсәйем һау сағында.

Таһира апай, Ғөбәйҙә Маликова, Нәсиха апай Әлиғолова, Рәхилә Назарова менән ағас та ҡырҡалар. Аралбай яғында юл һалыуҙа ла ҡатнаша әсәйем. Колхозда иген урыу, молотилка менән иген һуҡтырыу эшендә лә һынатмай – гел алдынғылыҡта йөрөй. Үҙән, Бетерә буйында бүрәнә ағыҙыу өсөн киңлеген 1 метр, тәрәнлеген ҡырсынға еткәнсе итеп боҙ ҙа уялар. Ошо ауыр мәлдәрҙә әсәйемә 17 йәш тирәһе була, ул оло апайҙар менән бергә ҡара эштең ниндәйен дә айырмай эшләй.

1943 йылда, һуғыш осоронда, әсәйем бесәнселәрҙең звено етәксеһе була. Исламғолова Шәрифә инәй менән Бешәке фермаһында колхоз йылҡыһын да көтә. Көлтә бәйләү ҙә төшә әсәйем иңенә. Һәр кеше башына ул осор 25 сутый ер бүлеп бирәләр, шуны урып, көлтә итеп бәйләп дәүләткә тапшыралар. Күркәтауҙа ағас ҡырҡыуҙа ла ҡатнаша әсәйем. Уның атҡарған эштәрен һанап бөтөрлөк түгел.Фиҙакәр хеҙмәтен баһалай хөкүмәт – тыл һалдатының түшен Бөйөк Еңеүҙең 30, 40, 50, 60 йыллығына сыҡҡан юбилей миҙалдары биҙәй...

Атайым Зәйнуллин Әхмәт Рәхмәт улы менән бына тигән ғаилә ҡороп, 4 ул, 2 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Ауылда кеше араһында гелән абруйҙары, яҡшаттары булды. Беҙҙе гел яҡшылыҡҡа, миһырбанлы, кешелекле булырға өндәнеләр. 65 йылдан ашыу бергә ғүмер итеп, бер-береһен аяп-ҡурсып, беҙгә, балаларына, һәр яҡлап терәк-таяныс булып, аҡыллы кәңәштәре менән тура юлға юҫыҡландырып ултырҙылар ҡәҙерлеләребеҙ. Эйе, үҙеңдең ғәзиздәрең хаҡында үткән заманда һөйләп ултырыу ҡыҙғаныс. Тик тормош ҡанундары шулай, аяуһыҙ – йәшәмәк бар, үлмәк бар. Йәндәре йәннәттә генә булһын инде атайым-әсәйемдең – ошо ғына теләк...

Зәйнуллина Зөбәржәт, “Таң” гәзитенән, 2016 йыл, 6 май.