Зәйнуллин Сәхиулла Рәхмәтулла улы

Зәйнуллин Сәхиулла Рәхмәтулла улы— Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Байназар ауылы һуғыш ветераны.112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугире.

Биографияһы

үҙгәртергә

1906 йылда Бөрйән районы Байназар ауылында Зәйнуллин Рәхмәтулла һәм Гөлйыһан ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә. 6 йәше лә тулмай ҡала, әсәһе ауырыуҙан үлеп ҡала. Үгәй әсәй килгәс, атаһы Сәхиулланы Баймаҡ районы Темәс ауылында бер хәҙрәткә батраклыҡҡа бирә. Ошо хәҙрәт отҡор Сәхиулланы ғәрәп телендә уҡырға өйрәтә, Ҡөръән аяттарын ятлата, дини белем бирә. Темәстә ул 14-15 йәше тулғанса тиклем йәшәй, тамаҡ хаҡына хәҙрәттең малын ҡарай, йорт эштәрендә булыша. Бер ыңғайҙан белем ала. Уға мәктәптә уҡырға тура килмәй. Ләкин тырыш Сәхиулла үҙ алдына башта латинса яҙыуҙы, аҙаҡ хәҙерге яҙыуҙы өйрәнә.

Коллектив хужалыҡтар ойоштороу башланғас, колхозға ағза булып инә. “Буденный” колхозында бригадир, ферма мөдире, мал аҙығы әҙерләү мәлендә звено етәксеһе йөктәрен тарта. Ғөмүмән, ул эшләмәгән эш ҡалмай. Ҡыш көндәре ат менән колхоз малына бесән ташый. Колхоздарға ағас әҙерләү өсөн план еткерелә башлағас, ағас ҡырҡыуҙа йөрөй. Бесән эшләү, ер һөрөү, урып-һуғыу һәм башҡа эштәрҙән ҡалмай.

1937 йылда, ферма мөдире булып эшләгән мәлендә, Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыу ҡағыҙы ала. 1937-1939 йылдарҙа өс йыл армия сафында хеҙмәт итеп ҡайта. Рәсәй-төрөк сигендә хеҙмәт итергә тура килә уға. Ул мәлдә сик тыныс түгел. Йыш ҡына бәрелештәр ҙә булып тора. Төрөктәр сикте боҙған саҡта һуғышырға ла тура килә.

1939 йылда Сәхиулла тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Эш тип атлығып торған егет яратҡан эшенә тотона, уны фермаға мөдир итеп ҡуялар.

1929 йылда Хәҙисә Фәтхулла ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, өс ул һәм ике ҡыҙға ғүмер бирәләр. Үкенескә күрә, алтынсы балаһын тапҡанда Хәҙисә апай мәрхүм булып ҡала, яңы тыуған сабыйҙы ла ҡотҡарып ҡала алмайҙар. Өлкән улы Ниязбай (1931 й), ҡыҙы Ғәйзә (1933 й), улы Батыр (1934 й), Сәфәрғәле (1937 й), бәләкәй ҡыҙы Зөләйха (1948 й) – 1 йәш тә 4 айлыҡ бала менән Сәхиулла ағай тол ҡала. Бәхеткә, йәтим ҡалған балаларға әсәй булырға ҡайынбикәһе Хәнифә риза була. Уның ире Хәйетдин һуғышта үлгән, һәм тол ҡатын ҡулында өс бала ҡалған була. Өлкән ҡыҙы Факиһа (1924 й) Әтек ауылында һатыусы булып эшләп йөрөгән була. Улы Рамаҙан (1931 й) – ФЗО-ла, бәләкәй ҡыҙы Йәмилә мәктәп уҡыусыһы була. Яңы ғаилә 8 баланы үҙ ҡанаты аҫтына алып, оло тормош юлына сығаралар.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуы

үҙгәртергә

Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Зәйнуллин Сәхиулла Рәхмәтулла улы 1941 йылдың 21 декабрендә Бөрйән районы хәрби комиссариаты тарафынан армияға саҡырыу ҡағыҙы ала. Шулай итеп, Сәхиулла икенсе дөйөм фронтҡа ебәреүгә эләгә. Тәүгеһе август айында үткән була. Уның менән бергә Ҡарағолов Һаҙый, Асылбаев Юныс, Бәшәров Әҙеһәм, Ишбаев Сәйәх, Ишкилдин Ноғоман һәм башҡа ике тиҫтәнән ашыу райондаштарын район колхоздарынан йыйылған аттар менән РККА-ға (рабоче-крестьянская красная армия) бергә оҙаталар. Һыбайлыларҙы Красноусолдан алыҫ түгел Аҡкүл күле янында урынлашҡан лагерға ебәрәләр. Шунда бер аҙ һуғышҡа әҙерлек күнекмәләре үткәс, 1942 йылдың февраль айында Йоматау станцияһында вагондарға тейәп, фронтҡа оҙаталар.

Сәхиулла ағай М. Шайморатов етәкләгән 112-се кавалерия дивизияһының 101–се артиллерия дивизионында 148-се артиллерия - миномет полкында минометчик булып хеҙмәт итә. Ул саҡта батальон командиры гвардия капитаны И. М. Бакиров була. Аҙаҡтан ул гвардия майор булып китә. Сәхиулла Зәйнуллин Башҡорт кавалерия дивизияһының командиры генерал Миңлеғәле Шайморатовты оло ихтыярлы, көслө, һәләтле, батыр, тәүәккәл, оҫта ойоштороусы, һәр саҡ һалдаттарын хәстәрләүсе итеп иҫкә ала ине. Командиры Таһир Кусимовты мыҡты кәүҙәле булһа ла, ат өҫтөндә уҡ һымаҡ оса ине, ти торғайны.

Һуғыш тынып торған арала, ваҡ-төйәк мәшәҡәттәрҙән арынып, күнекмәләрҙән бушап, ял иткән ваҡыттарында күңел асҡандар, ҡурайсылар башҡорт көйҙәрен уйнап, кавалеристарҙың күңелен күтәрер булған.

Баймаҡ районынан Сарбаев тигән иптәшенең ҡурайын һәр саҡ эргәһендә йөрөтөүен, ҡайһы саҡ еҙ көпшәләрҙән дә ҡурай яһап уйнауын хәтерләп һөйләй ине. Һуғышҡа ингәндә лә, рейдтан сыҡҡанда ла ҡурайсылар, һуғышсыларҙың йөрәгенә үтеп инерҙәй, еңеүгә рухландырырҙай көйҙәр уйнап, алдан барған.

Чернушки эргәһендәге һуғыш тураһында бигерәк әсенеп иҫкә ала ине Сәхиулла бабай. Әллә нисә тәүлек немецтар менән барған бәрелештә тәрән рейдта йөрөүсе гвардеецтарҙың хәле бигерәк мөшкөлләнә, аттар ҙа, һуғышсылар ҙа ныҡ арыған, аҙыҡ-түлек, һуғыш ҡорамалдары, аттарға фураждар самалы, гранаталар менән патрондар ҙа етерлек түгел. Үҙебеҙҙекеләр яғына нисек тә булһа йырып сығырға кәрәк. Генерал Миңлеғәле Шайморатов дивизияны ике колоннаға бүлә лә бойора: - Дошман яҡындан атакалай башлағанға тиклем ут асмаҫҡа, патрондарҙы һаҡларға. Күберәген штык, приклад һәм ҡылыс ярҙамында һуғышырға, үҙебеҙҙекеләр яғына фронтты йырып сығырға. Генерал Миңлеғәле Шайморатов дошман ҡамауынан йырып сыҡҡанда батырҙарса һуғышып һәләк була.

Дошман тылы буйлап йөрөгән рейдтан дивизияның 10 проценты самаһы ғына фронт аша үҙебеҙҙекеләр яғына иҫән-һау сыға. Шул 10 процент бәхетлеләр иҫәбендә Сәхиулла ағай ҙа була. Беҙҙең егеттәр ҙә гитлерсыларҙы етерлек ҡыра.

Дивизия командиры Шайморатовтың һәләк булыуын, уны һаҡлай алмауҙарына яугирҙәр ныҡ ҡайғырҙы, тип һөйләй торған булған Сәхиулла ағай.

Башҡорт гвардия кавалерия дивизияһына командир итеп Григорий Андреевич Белов тәғәйенләнгәс, дивизия төрлө милләт вәкилдәре менән тулыландыра һәм ҡоралландырыла, киләһе алыштарға әҙерлек үтә. Сәхиулла ағай ҙа дивизия менән бергә фашистарҙы үҙ өңөндә дөмөктөргәнсе, Берлинғаса юл үтә. Ул һуғышта 1942 йылдың февраленән алып 1945 йылдың май айына тиклем, дөйөм алғанда, башынан аҙағына тиклем була. 1945 йылдың май айында, һуғыш бөткәс демобилизацияға эләгә. Гитлер Германияһы капитуляция яһаһа ла, ҡапылда ғына өйөнә ҡайтырға насип булмай әле уға. Тик 1947 йылдың октябрь айында ғына ауылына әйләнеп ҡайта.

Наградалары

үҙгәртергә

Сәхиулла ағай һуғышта ҡүрһәткән ҡаһарманлығы өсөн “Батырлыҡ өсөн”(№ 554992), “Варшаваны азат иткән өсөн” (№ 1208118) , “Германияны еңгән өсөн”(№ 298966), “Берлинды алған өсөн”(№388761) миҙалдары менән бүләкләнә.

Һуғыштан һуңғы хеҙмәте

үҙгәртергә

Һуғыштан ҡайтыу менән ең һыҙғанып эшкә тотона. Тәүҙә магазинда һатыусы, аҙаҡ “Ағиҙел” колхозында эшләй. Колхозда бригадир, ферма мөдире, мал аҙығы әҙерләү мәлендә звено етәксеһе йөктәрен тарта. Элек фермалар ауылда булмаған. “Әсебар”ҙа, “Күжә”, “Бәшәке”лә урынлашҡан һарыҡ һәм эре мал фермаларында ҡыш буйы мал ҡарарға, уларҙы имен-аман ҡыш сығарыу өсөн уҫаҡ, йыла ҡайырыларын һыҙырып ашатыу, һыуыҡ аласыҡтарҙа аслы-туҡлы йәшәү – былар барыһы ла уның башынан үтә.

Пенсияға сыҡҡас та халҡына хеҙмәт итеүен дауам итә. Партиялы булһа ла дини белеме булыуы арҡаһында мулла вазифаһын башҡара. Атеизм сәскә атҡан осорҙа ла башҡорттарҙа мәрхүмдәрҙе тәрбиәләп ерләү, ижәп уҡыу, балаға исем ҡушыу кеүек дини йолалар теүәл үтәлгән. Шуға ла партком халыҡ араһында үҙ кешебеҙ булһын, тип Сәхиулла бабайҙы Байназар ауылының имам-хатибы итеп тәғәйенләй ҙә инде. Һуғыштан һуң юбилей миҙалдары менән бүләкләнә.

СССР Юғары Советы Президиумы 1985 йылдың 11 мартындағы Указына ярашлы Сәхиулла Зәйнуллин “2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены” (№ 4275449) менән бүләкләнә. Уның наградалары араһында “СССР Ҡораллы көстәренә 50 йыл”, “СССР Ҡораллы көстәренә 70 йыл” миҙалдары ла бар.

1971 йылдың 15 февралендә “Ағиҙел” колхозының дөйөм йыйылышы ҡарары менән һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Зәйнуллин Сәхиулла Рәхмәтулла улына “Почетлы колхозсы” тигән маҡтаулы исем бирелеп, уның исемен колхоздың Почет китабына индерергә ҡарар ителә.