Икмәк, икмәк бешереү (йомаҡтар)

  1. Йомро башлы түрәләр
    Түр башына менәләр.
  2. Аҫты ҡыҙыл ғәләмәт,
    Өҫтө ҡыҙыл ғәләмәт,
    Алдым да һалдым,
    Һөйәнем дә ҡуйҙым.
  3. Алдыңда булһа — моңайтмаҫ.
  4. Үткер бысаҡ алалар,
    Яралар ҙа һалалар.
  5. Бысаҡ алалар ҙа бауырымды теләләр.
  6. Таяҡ менән туҡмайҙар,
    Ут менән яндыралар,
    Бысаҡ менән киҫәләр,
    Мине яратһындар өсөн,
    Шулай интектерәләр.
  7. Туҡмап-туҡмап өйгә индерҙем,
    Маҡтап-маҡтап тышҡа сығарҙым.
  8. Түп-түңәрәк,
    Торған ере түбәрәк,
    Кәрәк ере күберәк.
  9. Үҙе йәнһеҙ,
    Унһыҙ донъя һанһыҙ.
  10. Үҙе түңәрәк,
    Эсе тулы күҙәнәк.
    Әскелтем-сөскөлтөм,
    Бөтә нәмәнән ҡәҙерлерәк.
  11. Күперҙе, күперҙе,
    Өйгә инен ултырҙы.
    Сыҡты ла сапты,
    Үткер ҡылысҡа ҡапты.
  12. Киҫәм-киҫәм — ҡаны юҡ,
    Уны белмәгән кешенең һаны юҡ.
  13. Сөсө түгел — әскелтем,
    Телгеләнгән һыныҡлы,
    Барынан да туҡлыҡлы.
  14. Ҡырҡтылар мине,
    Һуҡтылар мине,
    Тунап-тунап бөттөләр мине,
    Ыуып-ыуып өф иттеләр,
    Тәгәрләтеп артыма типтеләр —
    Барыбер үҙемдекен иттем:
    Алдарына килеп ултырҙым.