Илем тип һуғышҡа ингәндәр!

Википедияла

Илем тип һуғышҡа ингәндәр!

Иҫтәлектәр

үҙгәртергә

Мин Исламбаева Хөснә Ниғмәт ҡыҙы. 1942 йылдың 1 авгусында тыуғанмын. Ҡәһәрле һуғыш арҡаһында атайымды күрмәнем.

Атайым оләсәйем Фәғилә Баһаутдин ҡыҙы менән Абдулла Хәйрула улы Исламбаевтар ғәиләһендә, ете ҡыҙҙан һуң, һигеҙенсе бала булып 1912 йылдың 31 майында донъяға килә. Ғәлиәкбәрҙә 1923—1924 йылдарҙа башланғыс белем ала. Һуңынан Көҙән мәҙрәсәһендә уҡыуын дауам итә.

“Ҡыҙыл байраҡ” промартелендә ат тәрбиәләүсе, хәҙергесә ветврач була. ”Атайың профилак булып эшләне, ә конюх икенсе кеше булды. Иң көслө аттар менән Белоретҡа барып ауыл халҡына аҙыҡ-түлек тейәп килтереп һата ине, — тип һөйләй торғайны әсәйем.

1935 йыл Ғәҙелгәрәй ауылынан Бибисара Нөғәмән ҡыҙын (1917) донъя көтөргә алып ҡайта. Йәш ғәиләне йәмләп, 1936 йылда Әсмә, 1939 йылда Сәғит донъяға килә. Шул ваҡыт илебеҙ сиген ғәрәсәтле һуғыш ялҡыны ялмай.

1941 йылдың 5 декабрендә бер төркөм ауылдаштары менән һуғышҡа алына. Улар промартелдең аттары менән оҙатыла. Исламбаев Ниғмәт үҙе үҫтергән өйөр айғыры Туры менән ауылдың осона, Нөгөш ярына тиклем, атын кешнәтеп, ярһытып сабып әйләнеп килә.

“Дим станцияһында 6 ай “ат уйнатып” хәрби әҙерлек үтәбеҙ, ә әлегә ағас ҡорал менән эш итәбеҙ”, тип яҙа ул хатында. Унда ул аттарҙы яҡшы итеп үҙе тәрбиәләй, дағалай.

Алты айҙан һуң 112-се Башҡорт атлы дивизияһы составында һуғышҡа киткәндәр. ”Ғәлиәкбәр аттары гел беренсе булды”, — тип һөйләне Һуғыштан имен ҡайтҡан Мансур ағай Ғәбитов.

Һуғышҡа оҙатылаһы көн яҡынлашҡас, күстәнәскә май, ҡорот һ.б. аҙыҡ алып, яндарына уларҙың ҡатындары бара. Ғәлиәкбәр ауылынан йәйәүләп, күрешеп, ирҙәрен яуға оҙатып ҡалырға. Йәнғәлин Тайыпҡа — Хәҙисә, Биккинин Ғилманға — Миңлебикә, Ғәбитов Мансурға — Мәрйәм, Зәйнеғәлегә — Фатима инәйҙәр.

Мәрйәм апай:

— Ниғмәт ағай, Бибисара апай бәпәй алырға торғас килә алманы, — тигән.

— Эйе. Бәпәйҙе матур ҡараһын. Малай булһа Сәғиткә иш Сабит, ҡыҙ булһа Әсмәгә иш Хөснә булһын,— тип аманатын әйткән.

Атайым хат яҙған һайын, сәләм һуңында шиғыр яҙа. Хаттары һаҡланмай шул. Өй һалып өлгөрмәй. Олатайҙарҙа, фермала күсенеп йөрөргә тура килә.

Әсәйем беҙгә гел һамаҡлай ине:

  • Ҡояш ҡына ҡалҡа, ай, әйләнеп,
  • Аҡ болотҡайҙарға бәйләнеп.
  • Хаҡ Тәғәлә ҡушһа, беҙ ҡайтырбыҙ,
  • Тыуған-үҫкән илгә әйләнеп.
  • Мендем генә Буҙат, әй биленә,
  • Сығып киттем шәһәр еренә.
  • Шәһәр еркәйҙәре Шәһәрстан,
  • Айырмаһын Хоҙай йән дуҫтан.

Ауылда тормош дауам итә. Бибисара бәләкәй генә балалары менән фермала эшләй. Уртайорт йәйләүендә һыйыр һауа. Ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләйҙәр, май-ҡорот йыялар. Аҙаҡ Нөгөш буйындағы Үмәр ыҙмаһына күсәләр.

Ғәиләһен ҡайғыртып, яугир Ниғмәт промартель рәйесе Ғәбитов Әхмәҙулла Абдулла улына хат яҙа: ”Бибисара фермала ҡалмаһын. Бәпес алғансы ауылға ҡайтһын”. 1942 йылдың беренсе авгусында ҡыҙ бала тыуа. Атаһы әйткәнсә Хөснә тип исем бирәләр.

Хатындағы шиғыры:

  • Ҡалды минең сәғәтем.
  • Ҡалманы минең сәғәт,
  • Ҡалды минең Сәғитем.

Ҡаты алыштарҙан һуң:

  • Турыҡай атым юл башламай,
  • Сүс дилбегәләре булмағас.
  • Яңғыҙ ғына егет һүҙ башламай,
  • Ярҙамсылары ла булмағас.
  • Ағиҙелкәйҙәрҙе, әй, үрләгән,
  • Ҡанаттары ҡыҙыл күк бәрҙе.
  • Был донъяҡайҙар ышанмағыҙ,-
  • Һемәйтеп тә ҡуя күптәрҙе.

“1942 йылдың 14 июле көнө беҙ Курск өлкәһендәге Олым йылғаһы буйында дошман менән күҙмә-күҙ осраштыҡ. Фашистар Воронеждв алырға ынтыла. Ғәскәрҙәр ике яҡтан да күп юғалтыуҙарға дусар булды. Совет һалдаттары алға йүнәлде”, — тип яҙған.

Ошо алыштарҙа Ниғмәт Абдулла улы, яраланып, ат аҫтында ятып ҡала. Һуғыш тынғас, артта килгән полк яугирҙәре уны табып ала. Ул аяҡтан яраланған була. Ошонан һуң тыуған ауылына ҡара ҡағыҙ килә, “Исламбаев Ниғмәт хәбәрһеҙ юғалды” тип. Ә Ниғмәт госпиталгә эләгә, дауаханала бер аяғы әҙ генә ҡыҫҡарып ҡала.

Артабан ул танкист булып, тағы ла алыштарға инә, хаттары бер-бер артлы килеп тора. Ауылдашы Йәғәфәров Ғибат Зиннәт улы ла “Ниғмәт ағайҙы күрҙем, ул иҫән", — тип хат яҙа туғандарына.

  • Арҡаларҙа үҫкән, әй, бер үлән,
  • Елбер-елбер итә ел менән.
  • Ауырыма башым, түгелмә йәшем,
  • Бер беҙ генә түгел, ил менән, — тип йыуатып яҙған ул бер хатында.

1943 йылдан һуң Ниғмәт Исламбаевтан хат килмәй.Ул яуҙа батырҙарса һәләк була.

Һуңғы килгән хатында белгән кеүек:

  • Исемдәрен яҙып барам,
  • Үткән ҡалаларымдың.
  • Әсәй, бәхеттәрен телә,
  • Ҡалған балаларыңдың, — тип яҙған әсәһенә.

Ниғмәт Абдулла улының дәһшәтле, утлы һуғыш йылдарында ғүмере өҙөлөп ҡала. Уның намыҫлы, баҫалҡы, әҙәпле, оло йөрәкле кеше булғанын әйтеп үтке килә. Ә беҙ өс бала ҡалдыҡ. Әсмә апайыма 5 йәш, Сәғит ағайыма 2 йәш тә 7 ай, ә мин, Хөснә, әсәй ҡарынында...

Әсмә апайым:

  • Шыбыр–шыбыр ямғыр яуа.
  • Тимер ҡапҡа буйлатып.
  • Атаҡайым ҡайтып килер,
  • Менгән атын уйнатып, — тип йырлай торғайны...

Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе Хөснә Ниғмәт ҡыҙы Исламбаева(Күлбаева) иҫтәлектәренән. 2015 йыл