Ильяс мәзин — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылы әүлиәһе.

Илъяс мәзин зыяраты

үҙгәртергә

Иҫке Монасип ауылы зыяратында әүлиә Ильяс мәзин ҡәбере бар. Ул матур итеп кәртәләп алынған, өс яҡлап эскәмйәләр ҡуйылған. Унан йыл әйләнәһенә кеше өҙөлмәй. Кем табиптарҙан ярҙам ала алмай, ошонда килә.

Әүлиә Ильяс Сәғитовтың ҙур дауалау көсө булған, һәм улы Әхмәтшәриф Сәғитовҡа, ярҙам һораған сырхауҙарҙы үҙе үлгәс зыяратына алып килергә васыят әйтеп ҡалдырған, тиҙәр.

Улы Әхмәтшәриф Сәғитов та вафат булғас был миссияны ауылдың оло инәйҙәре – Хөсәинова Ғылмисафа, Фәйрүзә әбей –үтәнеләр.

Хөсәинова Ғылмисафа инәйҙең улы, Иҫке Монасип ауылында йәшәүсе Маликов Хәйҙәр ағай һөйләүенсә, Ильяс олатай: “Ауыл эргәһендәге Масаҡ тауы уяһында аҡһаҡ дейеү йәшәй, уны эшкә ҡуша алырлыҡ көсөм бар ҙа ул, тик уны эшкә ҡушһам ауылда уға эш еткереп булмаясаҡ”,- тигән.

Мин белгәндән үҙебеҙҙең Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылынан Ғәбитова Мәвүрә бер нисә йыл рәттән килде Илъяс әүлиә зыяратына. “Миңә тик Ильяс олатайҙың ғына дауаһы килешә” ти торғайны. Үҙе, зыяратҡа ниәт итеп юлға сыҡһам гел юлым уңа, машинаһы ла бер-бер артлы тап булып тора, ҡайтҡанда ла ыңғай ҡайтып етәм, тип ғәжәп итеп һөйләй ине.

Ә ул йылдарҙа техника әлеге кеүек геүләп торманы бит, колхоздың йөк ташыусы машиналары ла, райпоның бер нисә машинаһы.

Ильяс мәзин тураһында 2007 йылдың 16 ғинуарында “Таң” гәзитендә баҫылып сыҡҡан мәҡәлә.

Ильяс мәзин мөғжизәһе

үҙгәртергә

Иҫке Монасип ауылындағы Ильяс мәзиндең зыяратына барыу һаулыҡҡа файҙа икәнен ишетеп белә инем. Бер туған һеңлем Сания менән уның зыяратына барып ҡайтырға булдыҡ.

Тәүҙә мәсеткә инеп хәйер һалдыҡ, унан урамда аяттан ҡайтып барған өс әбейҙе туҡтатып, хәйергә яулыҡтар бирҙек. Йома көн ине. Бәлхиә ҡоҙағый беҙҙе зыяратҡа алып барҙы.

Зыярат тирәһендә ҡоштарға ем һипкәс, Ильяс мәзиндең ҡәбере тирәһендәге эскәмйәгә ятып, Сания һеңлем йоҡлап китте. Мин зыярат эсендә йөрөнөм. Икенсе көндө туғаным Алһыу күршеһе Яңылбикәне эйәртеп ебәрҙе. Яңылбикә миңә ҡаты ғына итеп: “Ят, йөрөмә!” – тине.

Өсәүләп зыяраттың өс яғынан ятабыҙ. Тегеләр ятҡас та йоҡлап киттеләр, мин тороп ултырҙым. Ике сикәмә ҡағылып йомшаҡ ҡына йылы ел иҫкән һымаҡ.

Ағастарға, үләндәргә ҡарайым, ел юҡ. Ултыра торғас ятҡым килде. Серем иткән арала түбәмдән аяҡ осона тиклем ҙур ҡул мине һыйпаған һымаҡ булды. Йоҡом килеп әйләнеп яттым. Тағы шул хәл ҡабатланды. Ҡапыл зыяратта ятҡаным иҫкә төшөп, тороп ултырҙым. Юлдаштарым йоҡлайҙар.

Өсөнсө көн тағын барҙыҡ. Сания йоҡлай, мин ятмай ҡурҡыбыраҡ ултырам. Мине егерме йылдар самаһы көлөп, илап ауырыйһың тиҙәр, мин үҙем быны белмәйем.

Ҡыуанһам йәки көйһәм иҫемде юғалтам һәм көләм икән. Уянғас, баш ныҡ ауырта ине. Өфөлә табипҡа һөйләгәйнем, ул әллә етдигә алманы, әллә аңлата белмәнем, көлдө лә ҡуйҙы.

Биш йыл тирәһе булғандыр, урамда кешеләр ҙә, машиналар ҙа икәү булып күренә ине. Ҡайһы саҡ шулай иҫем инәрле-сығарлы булып, урамда болғандап килһәм, йә йығылып ятһам, Кәбирә әбей иҫереп ята тиҙәр икән.

Илъяс олатай зыяратына былтыр июнь айында барғайныҡ. Олатай миңә ярҙам итте, һаулығым яҡшырҙы. Элек тиҙ генә асыуланып, ҡыҙып китә инем, хәҙер, шөкөр, тынысландым. Алла бирһә, һау булһам, киләһе йыл тағы барырмын тейем. Һеңлем Санияның һөйләүенә ҡарағанда уға ла оҡшаған. Ул кеше боҙомо тип килгәйне.

Аллаһы тәғәләнең мөғжизәләрен аңлатып бөтөрлөк түгел. Илъяс олатайҙың көсө үҙе үлгәс тә ярҙам итә икәненә шулай итеп ышандым.

К. Әбдрәхимова. Иҫке Собханғол ауылы.

Ильяс мәзин мөғжизәһе

үҙгәртергә

Иҫке Монасип ауылында мәзин ҡәбере барлығы хаҡында бәдәкәй саҡтан ишетеп үҫһәм дә, уны барып күрергә насип булғаны юҡ ине. Сәбәбе лә булмағандыр инде. Кешеләрҙең унда барып сихәт алыуы, хатта йоҡлап китеүҙәре тураһында халыҡ араһында хәбәрҙәр йөрөп тора. Бер мәлде, ниһайәт юл төштө.

Йонсоу ғына көҙгө көн ине. Болоттар баш осонан ғына йомарланып-йомарланып урғылып аға. Бына-бына ямғыр яуырға торғандай булһа ла, бер килгәс, инергә йөрьәт иттек.

Ауылда йәшәүсе бер апайға хәйер биреп, мәзин рухына аят уҡытҡас, уның менән бергәләп юлландыҡ. Тейешле йолаһын үтәп, ҡәберҙе өс тапҡыр әйләнеп сыҡҡас, ҡәбер рәшәткәләренә терәп эшләнгән эскәмйәгә ултырҙыҡ. Хәйер һалдыҡ, ҡоштарға ла ем алып килгәйнек, шуны һиптек.

Ултыра торғас, ойоңҡорап кителгән. Йәнде лә, тәнде лә ниндәйҙер рәхәтлек солғап алған кеүек булды. Шундай һиллек. Еләҫ көн. Күҙемде йомоңҡорап ултырып, асып ебәрһәм, күк йөҙөндә ҡояш йылмая, көн асылған.

Ә теге эс бошорғос ялбыр ямғыр болоттары шул арала теткеләнеп, әллә ҡайҙа ағып бөткән. Ос-моттары ғына күренә. Эргәләге ағастарҙа ҡоштар һайрай. Хатта уба аҫтындағы шишмә моңона тиклем ишетелә. Ҡәберҙе йәнә өс тапҡыр урап сығып, ҡайтып киттек.

-Һинең килеүеңә ризаһыҙлыҡ белдермәне мәзин. Үткәндә ике ҡатын килеп, ауылдан рәт-сират белгән кешене лә алмай, аят та уҡытмай инеп киткәйне, ултыра алманылар, ҡапыл ҡап-ҡара болоттар килеп сығып, ҡойоп ямғыр яуа башланы, тип ҡуйҙы теге апай.

Икенсе юлы бер нисә кеше бергә йыйылып, бер матур ғына йәйге көндә махсус юлландыҡ мәзин ҡәберенә. Арабыҙҙа дини аяттарҙы белгән оло ғына апайҙар ҙа бар. Зыярат ҡылғас, берәй матур ғына ерҙә, тәбиғәт ҡосағында, ашап-эсеп ял итеп тә ҡайтырға ниәт итеп, ашарға ла һалып алдыҡ.

Зыярат ҡапҡаһын үткәс тә шишмә ағып ята ине тәү килгәнемдә. Унан аша баҫма ла эшләп ҡуйғандар. Тик был юлы шишмәнең мырҙаһы ғына ята, ә бер тамсы ла һыуы юҡ ине. Һап-һары ташлы тигеҙлек. Сүллеккә оҡшап тора. Әҙ генә лә һыу, дым һиҙелмәй. Йәлға ағып соҡорайтҡан ере лә юҡ, тип-тигеҙ.

- Ә теге килгәнемдә бында матур ғына шишмә ағып ята ине. Ҡарале, яуынлы йылда ла шишмә ҡорор икән, тип юлдаштарыма әйтеп үттем, баҫма аша сыҡҡанда. Унан тейешле йолаларҙы үтәп, эскәмйәләргә ултырыштыҡ. Апайҙар аяттар бағышланы, хәйер һалдыҡ. Көн салт аяҙ. Эргәләге ағастарҙа ҡоштар һайрай. Ҡыҙым мышнап йоҡлап уҡ китте.

Байтаҡ ултырып, ҡайтырға ҡуҙғалдыҡ. Зыярат ҡапҡаһына табан атлағас, бырыбыҙ ҙа… бер мәлгә генә туҡтап ҡалдыҡ… Баҫма аҫтында ҡәҙимге мул ғына һыулы шишмә ағып ята. Таштары ла күгелйем, ә һап-һары түгел… Хатта телдән яҙҙыҡ.

Ҡапҡаны сығып бер ҡәүем атлағас ҡына телгә килеп, был нимә булды һуң ул, тип шыбырлашырға көс таптыҡ. Ләкин тәғәйен генә яуап таба алманыҡ. Һуңынан ололарҙан һораштырғылағас, бер нисәүһе, мәзин һеҙгә риза булып ҡалған, шуға һыуын күрһәтеп оҙатҡан, тине.

Икенсе берәү, һеҙ дауаланырға тип түгел, әүлиәнән мөғжизә өмөт итеп барғанһығыҙҙыр, шуға һеҙгә әкәмәт күрһәтеп ҡалған инде, тип фаразланы.

Быйыл да ошоға оҡшашыраҡ хәлгә осраусылар булған. Әнисә апайҙы (исеме үҙгәртелеп алынды) әхирәте әсәһенең шул зыяраттағы ҡәберендәге сүп-сарҙарҙы таҙаларға үҙе менән иптәшкә барырға саҡырған. Барғандар, тәпке менән сүп-сарҙы таҙартҡандар. Унан, бер килгәндә ултырып ҡайтайыҡ әле, тип, алдан ниәт итмәһәләр ҙә, мәзин ҡәберенә юл алғандар.

-Һуҡмаҡ буйлап мәзин ҡәберенә етеп бара инек, юлыбыҙға оҙон ҡара йылан сығып, башын сәкәйтеп тик ятты ла ҡуйҙы. Үткәрмәй был. Тәпке менән ҡыуып, саҡ саҡ үтеп киттек, тип һөйләне теге апай.

Үҙенә төбәп, ниәт итеп килмәгәнгә риза булмауын күрһәттеме икән әллә олатай, тип уйлап ҡуйҙыҡ.

… Иҫке Монасип мәктәбе коллективы бик изге, бик ҙур эш башлаған.Үҙебеҙҙең данлы кешеләребеҙҙе үҙебеҙ күтәрергә тейешбеҙ. Әлбиттә, бөйөктәр быға мохтаж да түгел, ләкин беҙ үҙебеҙ мохтаж бындай ғилемгә, киләсәк быуын мохтаж. Үҙ ерендә пәйғәмбәрҙәр булмай тигән әйтем дә бар, юғиһә.

Лира Яҡшыбаеваның Мөжәүер хәҙрәт хаҡындағы китабы ниндәй ҙур асыш булды йәмәғәтселек өсөн. Бәлки йыйылған мәғлүмәттәр буйынса киләсәктә Илъяс мәзин хаҡында ла китап сығарырға йөрьәт итеүселәр табылыр.


Таңһылыу Баһауетдинова. “Таң” гәзите 16 ноябрь 2006 йыл.

Ильяс олатайҙың өләсәйемә ярҙамы

үҙгәртергә

Ильяс мәзин тураһында мин дә белгәндәремде яҙып ебәрергә булдым.

Минең оләсәйем Юлдашева Фәхрихаят Ғимран ҡыҙы (ҡыҙ фамилияһы Дәүләтшина) 1887 йылда Байназар ауылында тыуған. Иҫке Монасип ауылына Мөхәмәтсафа тигән кешегә тормошҡа сыҡҡан. Мөхәмәтсафа олатай ауылда староста булған.

1917-1918 йылдарҙа ауыл араһында һуғыш булған. Уларҙың аҡтармы, ҡыҙылдармы икәнен бер кем дә белмәгән. Улар килгәндәр ҙә олатайҙы таптырғандар.

Оләсәйем еңелтә, кәзәкейен генә кейеп, олатайҙы эҙләп ҡайтарған. Был хәл ҡыш, йә һыуыҡ көҙ булғандыр инде. Оләсәйем һыуыҡ үткәргән, биле һыҙлаған.

Шунан һуң оләсәйем Әүжәндән килгән урыҫтарҙан 5 йыл рәттән биленән ҡан алдырған. Һаман шәбәйә алмағас, Илъяс олатайға барған. Ә ул: “Эй, балаҡайым, артыҡ ҡаныңды алдырғанһың, кәкерәйерһең инде”,- тигән. Оләсәйем ысынлап та кәкерәйгән. Үлеп киткәнсе кәкере ҡалды ул.

Олатайым 1924 йылдың башында үлеп киткән, ә оләсәйем ауырға ҡалған булған. Ауырға ҡалғанын белмәй, ауырыйым тип Илъяс олатайға барған. Ул: “Ярар, балам, шәбәйерһең, үҙ ауырыуың”,- тип ҡайтарған. Оләсәйемдең шул “ауырыуынан” Шаһи исемле малайы тыуған. Былар Илъяс олатайҙың барыһын да үтә күрә белеүен һөйләй.

Ильяс олатай кешене өшкөрөп тә, ә инде күберәк үлән менән дауалаған, өйрәткән. Миңә быларҙы оләсәйем үҙе һөйләгәйне. Оләсәйемдең ике улы, бер ҡыҙы булған. Мин уның ҡыҙының ҡыҙы булам.

Әмирханова Шәмсинур. “Таң” гәзитенән мәҡәлә.

Ерҙән һуғылғанды ергә ҡайтарырбыҙ, тигән Илъяс мәзин

үҙгәртергә

Т. Баһауетдинованың Иҫке Монасиптағы әүлиә ҡәбере серҙәре һәм Илъяс мулла тураһындағы яҙмаһы минең дә күңел төбөндәге хәтирәләрҙе уятты.

Ысынлап та, әллә ҡайҙарҙан уның тураһында ишетеп киләләр, ә ерле халыҡ был турала бик белеп етмәй. Мин һеҙгә әсәйемдең әсәһе булған Рабиға оләсәйемдән ишеткәндәремде бәйән итәм.

Оләсәйем үҙе лә Ғазина (Сәғитова) Рабиға Сәйфулла ҡыҙы – Һарт йәғни Иҫке Монасип яғы ҡыҙы. Беҙ бәләкәй саҡта оләсәйем бер һауытҡа һалынған тоҙҙо бик ҡәҙерләп һаҡлай торғайны. Беҙ ҡыҙыҡһынһаҡ: “Был минең мәзүн (мәзин) бабайым өшкөрөп биргән тоҙ, берүк түгеп ҡуймағыҙ”, тип тыйыр ине. “Мәзүн” кем була икән тип беҙ аптырай торғайныҡ.

Оләсәйем Ильяс мәзин тураһында һүҙ алып барған булған икән. Уның бик тә уҡымышлы, белемсе мулла булыуы хаҡында һөйләр ине.

-Дүртенсе балама ауырлы ваҡытта түшем бик ҡыҫҡас, мәзүн бабайыма барғайным. Ул миңә, бәләкәй сағыңда иҫке нигеҙ өҫтөндә гөрләп үҫеп ултырған келәнкәйҙе ашағанһың, ауырыу шунан һуғылған. Әлегә һине, ауыр аяҡлы кешене, тәрбиәләп булмай, бынау тоҙҙо ғына өшкөрөп бирәм, шуны эсеп тор, тип ҡайтарғайны. Был тоҙ бермә-бер килеште.

Түшем, арҡам ҡайһы берҙә ауыртҡылағас, тағы бер барҙым. “Тирләмәйһеңме, Рабиға?” тип һораны бабайым. Юҡ, тигәйнем, әтеү бирешмәҫһең, тине. Ә ерҙән һуғылған ауырыуыңды ергә ҡайтарабыҙ, тип өҫтәне.

Донъя мәшәҡәтенән бушап, ҡабат бара алманым. Уныһы нисек була торғандыр, исмаһам, иҫән сағында өйрәнеп тә ҡалмағанмын. Мәзүн бабайым үлде лә китте – тип үкенеп һөйләй торғайны оләсәй.

Әйткәндәй, оләсәйем үҙе лә бик уҡымышлы булды. Шөкөр, хәҙер боронғоға инаныу кире ҡайта, халыҡ тамырҙарын барлай башланы.

Илъяс мәзин тураһындағы иҫтәлектәрҙе йыя башлау ҙа бик һәйбәт эш. Уның хаҡында күңелдәрендә бәләкәй генә булһа ла хәтирәләр һаҡлаусылар үҙҙәренең иҫтәлектәре менән бүлешһә, күл тамсынан йыйыла, тигәндәй, арҙаҡлы яҡташыбыҙ хөрмәтенә бик ҙур эш башҡарылыр ине.


Гүзәл Һырлыбаева. Яңы Мөсәт ауылы. “Таң” гәзите, 2006 йыл 12 декабрь, № 143 (8571)

Беҙҙә лә булған ул ҡөҙрәт эйәләре

үҙгәртергә

Болгарияның бөйөк күрәҙәсеһе Ванганы кемдәр генә белмәй. Кешеләрҙең киләсәген әйтеп, үткәндәгеләрен иҫтәренә төшөрөүсе, ниндәй ауырыу-рәнйеште нисек дауалау хаҡында кәңәштәр биреү Вангаға бер ни тормаған. Беҙ был бөйөк күрәҙәсегә һоҡланабыҙ. Ә бит беҙҙең ябай башҡорттар араһында ла ундай һәләтле кешеләр булған.

Минең олатайым Сәғитов Уйылдан Садиҡхажи улы үҙенең 58 йыллыҡ ғүмере осоронда Әүжәндән Стәрлетамаҡҡа ҡәҙәрге арауыҡта һал ағыҙыу контораһы начальнигы булып эшләй. Хәлле генә йәшәй.

Бер мәлде уға Ильяс ҡарт килә. Бының нисәнсе йылдар булғаны билдәһеҙ. Шунда Ильяс ҡарт, күп ваҡыт ҡалманы, илгә бик ауыр әфәт килә, был мәлдә инде мин дә булмам, һиңә үтенесем бар тип әйтә олатайға.

-Минең улым Усман үҙаллы, үҙен-үҙе яҡларлыҡ, һаҡларлыҡ кеше түгел. Тыуасаҡ ҡәфәт осоронда һин уны ситкә типмә, мөмкин ҡәҙәр ярҙам ит, - ти ҡарт. Йәнә өҫтәп ҡуя:

- Ҡәфәттең ҡасан килеүен Ығышма күле әйтер.

Ысынлап та, 19-сымы, 20-семе йылда Ығышма күле бер кемдең күҙенә күренмәй ҡорой. 1920-1921 йылдарҙа ҡот осҡос аслыҡ ябырыла. Ауыл халҡы ошо аслыҡта ныҡ ҡырыла. Олатай теге ярҙамһыҙ ҡалған баланы үҙенә алып, аслыҡтан үлеүҙән ҡотҡарып ҡала. Олатай 1929 йылда үлә. Теге балалар үҙаллы юлға баҫып ҡала.

Ильяс хәҙрәттең күрәҙәлек итеүе күп булған. Ваҡытында иғтибар итеп, яҙып алыусылар ғына булмаған. Ильястың улы Изгин Әбделмән мәрхүмдең атаһы ла аслыҡтан ҡотолоп ҡала. Усман бабай һуғышта булғандырмы юҡмы, уныһы билдәһеҙ. Нисәнсе йыл булғандыр, ул ауылда үлгән.

Әбделмән ағайҙың улы тыуғас, ул улына олатаһы хөрмәтенә Ильяс тигән исем ҡуша. Ильяс бөгөнгө көндә Өфөлә йәшәй.

Хәҙер теге күлгә яңынан әйләнеп ҡайтайыҡ. Был күл 1974 йылда йәнә бер кемдең күҙенә күренмәй төбөнә тиклем ҡороно. Июлдең урталары тирәһе ине. Икенсе көндө элекке кимәленә етеп тулды. Күлдең шул тиклем һыуы ҡайҙа булып торҙо ла, ҡайҙан ҡабат килеп сығып тулды – бына быныһы сер инде.

Һөҙөмтәлә, Ильяс хәҙрәттең һүҙҙәре хаҡ икәнлегенә ышандыҡ. 1975 йылда ҡот осҡос ҡоролоҡ булды. Әлбиттә, халыҡ та, мал да аслыҡ күрмәне. Быға хөкүмәттең иҡдисадты планлы алып барыуы ярҙам итте. Әммә колорад ҡуңыҙы халыҡ өсөн оло әфәт булып ҡалды.

Мәҫәлән, мин шул тиклем һыуҙың юҡҡа сығыуын һәм кире тулыуын бер нисек тә аңлай ҙа, аңлата ла алмайым. Был турала ғалимдар ни әйтер ине икән?

Элек был күлдең өҫтөндә бер ер киҫәгендә ҡайын үҫеп йөрөгшән. Ҡайын тик түңәрәк әйләнәһе буйынса ғына йөҙөп хәрәкәт иткән. Бала-саға, ҡатын-ҡыҙ ҡурҡҡас, ҡайынды ситтәге ағасҡа бәйләп, еректергәндәр. Шунлыҡтан күл бер аҙ бәләкәйләнә һәм түңәрәкләнә төшкән.

Ильяс хәҙрәттән башҡа ла көслө кешеләр булған беҙҙең яҡта. Мәҫәлән, Хәбир мулла кешенең күҙенә, йөҙөнә ҡарап, уның нимә менән ауырыуын әйтер булған. Шулай уҡ сир-зәхмәттән нисек һаҡланырға, дауаланырға өйрәткән. Ул – репрессия ҡорбаны. Уны төрмәгә алып барып япҡас, атырға тейеш булалар.

Көндәрҙең береһендә Хәбир мулланы төрмә начальнигы саҡырып ала ла, уны шул уҡ көндә атасаҡтарын әйтә. “Ҡатыныңа, бала-сағаларыңа һуңғы һүҙеңде әйтеп ҡал”, -ти начальник.

-Әйтер һүҙем юҡ, һинең менән бер тапҡыр тәмәке тартырға рөхсәт ит. Һуңғы теләгем ошо, - ти мулла.

Начальниктан алған тәмәкеһен Хәбир мулла ашыҡмай, яйлап ҡына, төтөнөн начальник яғынараҡ өрөп, тартып бөтә. Атылыр ваҡытын белеп сыҡҡан Хәбир уйламай.

Ниһайәт, начальник быны кире саҡыртып ала һәм атыу язаһын 10 йыл хөкөм менән алыштырыуҙары тураһында әйтә. Үҙ ғүмерендә тәмәкене ауыҙына алмаған Хәбир бына ошолай ҡотолоп ҡала мәлһеҙ үлемдән. Ете йылдан һуң ул тыуған яғына ҡайтып төшә. Ул күңеле ҡушыуы буйынса йәшәп, донъя ҡуя.

Халҡыбыҙ араһында таланттар бик күп. Тик уларҙы мәлендә күреп, баһалай ғына белергә кәрәк.


Ә. Сәғитов. “Таң” гәзитендәге мәҡәлә. 2006 йыл, 9 декабрь, № 141-142 (8569-8570)