Инйәр буйы топономик легендалары/Старшина ултырышы

54°24′19″ с. ш. 57°22′20″ в. д. (G)

Старшина ултырышы


Йөйәк менән Ғәбдүк ауылы араһында «Старшина ултырышы» тигән ер бар. Был яҡтарҙан яуҙар күп үткән тип әйттем бит инде. Ырыҫҡол тауы, Өй ташы тип аталған ерҙәр шуларға бәйле.

Йөйәктә Дауыт исемле кеше булған. Салауат яуы Сермәндән башланған, ә Дауыт «Старшина ултырышы» тип аталған ерҙә лагерь ҡороп ятҡан, бында кеше туплаған - һәр бер өйҙән ике ир кеше булһа береһен ғәскәргә алып киткән. Ул Дауыт бик данлы кеше булған, үҙе Ғәбдүк Моратша байҙың кейәүе булған.

Ғәбдүк ауылы Баязитов Сәғәҙәт бабайҙан яҙып алынды.


Ринат Шәйбәков Белорет районы, Йөйәк ауылы