Инйәр буйы топономик легендалары/Туған бәйләгән

54°24′19″ с. ш. 57°22′20″ в. д. (G)

Туған бәйләгән


Тәүҙә Сысҡан һәм Ғәбдүк исемле кешеләр булған. әле лә Әҫәнтелә(Ассы менән Кәрпесте араһындағы урын-һуғышҡа тиклем унда репресированныйлар өсөн колония була торғайны) Сысҡан туғай тигән ер бар. Сысҡан шунда йәшәгән. Ғәбдүктең Ҡолман исемле улы булған. Бик бай

булған. Ҡама тиреһе йәбештерелгән саңғы кейеп батшаға барған, күп йәнлек тиреләре бүләк иткән. Батша был бүләктәр өсөн нимә бирәйем тип һорағас, Ҡолман Инйәр буйындағы ерҙәргә ҡағыҙ яҙҙыртып алған. Төркмән ҡарттары(Ләмәз буйын төйәкләгән көҙәйҙәр тармағы-Р.Ш.) «Ҡотһоҙ Ҡолман һыулы Йылыуыбыҙҙы, ҡоро Ҡыйырыбыҙҙы алды», тип илағандар икән(Йылыу, Ҡыйыр-Ләмәзгә ҡойоусы йылғалар). Ырау буйҙары ла Ҡолман биләмәләренә ингән, ер сиктәрен ҡағыҙға күрһәтеп биргән, ти батша. Ҡолмандың улдары күп булған. Иң кесе улы Юнысҡа түбән яҡтан кәләш алып биргән, ҡоҙаларына ер бүләк иткән- «бына ҡоҙалар арғы сик йылға, бына-бирге сик йылға-шул ерҙәр һеҙҙеке булыр( Хәҙер Сит йылға, Сик йылға тип йөрөтәләр, Сит йылға тигән ауыл да бар-Р.Ш.)».

Ләкин бер йыл ҡоҙалар сикте боҙалар, шунан Юныс ун ике ҡайнағаһын ағасҡа бәйләп ҡамсы менән яра. Бының өсөн ҡайнағалары Юнысҡа үс тотоп һеңлеләренә ағыу биреп, уны үлтерәләр. Ҡәйнә киленен бик яратҡан була, ҡайныһының асыуы баҫылғансы уны ҙур ағас күнәк эсендә аҫыраған. Ҡайнағаларының үсе бының менән генә бөтмәй, улар Ҡолмандың донъяһына ут төртөп һеңлеләрен урлап алып ҡасалар. Батша биргән ҡағыҙ шунда яна, Ҡолман үҙе саҡ сығып ҡотола.

Беҙҙе Байрамғол араһы тиҙәр, Байрамғол улы Мөхәмәткәрим, уның улы Фәхретдин, уның улы Нөғәмән, уның улы мин булам инде. Өләсәйем мин бәләкәй саҡта гелән генә «Ҡолманым минең, Ҡолман нәҫеле шул һин», тип ярата торғайны. Ассы ауылында әле Ямалниса апайҙамы икән, бер боронғо китап ситендә беҙҙең араның Ҡолманға тиклем ун биш быуыны яҙылған булырға тейеш. Ырыу ҡағыҙы минең атайым Нөғәмәндә һаҡлана ине, утыҙынсы йылдарҙа күпләп ҡулға алыуҙар башланғас уларҙы бөтә ҡағыҙҙары менән тирегә төрөп ергә күмгән, аҙаҡ уларҙы табып булманы.

1917 йылғы Нөғәмәнов Әхмәҙғәле бабайҙан Ғәбдүк ауылында 1982 йылдың апрелендә яҙып алдым.


Ринат Шәйбәков. Белорет районы, Йөйәк ауылы