54°24′19″ с. ш. 57°22′20″ в. д. (G)
Төлкө тауы
Берештән Йәһүҙә лыжниктарҙа булған. Лыжниктарҙы өйрәткән саҡта арҡаларына пулемет йөкләтеп Йөйәктәге «Тәрән соҡор» яғынан Инйәр йылғаһына табан шыуҙырып өйрәткәндәр, минең ағайҙар ҙа шулай өйрәнгән. Фронт Аҙауҙан үткән. Ҡыҙылдар Тирәклелә ятҡан саҡта Йәһүҙә разведкаға киткән. «Төлкө» тауынан еппәреп төшөп килһә унда ғәскәр туп-тулы ти. Ҡыҙылдар уның шулай текәнән оҫта шыуыуына аптыраған, бер саңғыһын
ғына биргәндәр ҙә - бар, шулай шыуып ҡара әле, тигәндәр. Тауҙың теге яғы ҡая ташлы, йәйәү ҙә төшөүе ҡыйын, ҡаса алмаҫ, тип уйлағандар. Йәһүҙә һыңар саңғыһы менән тау башына менеп еткән дә ыштанын сисеп артын күрһәткән дә тауҙың теге яғына һыңар саңғыһы менән шыуып төшкән дә киткән(тәүге сноубордист булған икән дә - Р.Ш.).
Йөйәк ауылы 1904 йылғы Атауллин Хөснөтдин бабайҙан яҙып алдым.
Ринат Шәйбәков
Белорет районы, Йөйәк ауылы
|
|