Инйәр буйы топономик легендалары/Ырыҫҡол тауы

54°24′19″ с. ш. 57°22′20″ в. д. (G)

Ырыҫҡол тауы


Туннель үткән тау Ырыҫҡол тауы ул, уны Урыҫҡол тауы - йәнәһе, бер урыҫ ҡол ҡасып шунан һикергән өсөн шулай тигәндәр, тип дөрөҫ әйтмәйҙәр. Ырыҫҡол исемле батыр булған, Салауат яуында танылған булған ул. Бер һуғыштан һуң Салауат отряды еңелгән, һуғышсылары таралған, батша һалдаттары Ырыҫҡолдо эҙәрлекләп килеп, әлеге тауҙа ҡаяға ҡыҫырыҡлағандар. Ана тотам, бына тотам тигәндә батыр аты менән бейек ҡаянан һикергән дә ятыуҙы йөҙөп сыҡҡан да киткән. Йөйәктәге бер тауҙы ла Ырыҫҡол бейеге тиҙәр, Ырыҫҡол Инйәр буйлап килеп Манажы йылғаһы

буйлап кереп киткән дә шул тауға артылған. Шунан Бирйән һыртынан китеп эҙ яҙҙырған.

Ғәбдүк ауылы Баязитов Сәғәҙәт бабайҙан 1982 йыл яҙып алдым.


Ринат Шәйбәков Белорет районы, Йөйәк ауылы