Инйәр буйы топономик легендалары/Ҡара кеше

54°24′19″ с. ш. 57°22′20″ в. д. (G)

Ҡара кеше


Ырау йылғаһы буйында «Ҡара кеше» тигән ер бар. Ул ерҙән Ҡараһаҡал үткән, башҡорт ханы булған, ул. Был тирәлә борон бик күп яуҙар булған, халыҡ ныҡ ҡырылған, тип һөйләй торғайнылар. Шул Ҡараһаҡал туҡтап һыу эсеп киткән ерҙе «Ҡара кеше» тип атағандар, йәнәһе, унан ҡара һаҡаллы кеше үткән.

Йөйәк ауылы 1925 йылғы Солтанов Әхмәҙғәле бабайҙан яҙып алдым.


Ринат Шәйбәков Белорет районы, Йөйәк ауылы