Инйәр буйы топономик легендалары/Өй таш

II.Инйәр ҡатайҙарының төрлө яуҙарҙа ҡатнашыуы тураһында

54°24′19″ с. ш. 57°22′20″ в. д. (G)

Өй таш


Ғәбдүк ауылы янында Өй таш мәмерйәһе бар. Бында был яҡ кешеләре борон замандарҙа яуҙарҙан ҡасып ҡалғандар. Ирҙәр уҡ-фәләнен алып дошманға ҡаршы торған саҡта ҡатын-ҡыҙҙар, бала-сағалар, ҡарт-ҡоролар мәмерйәгә йәшенеп өлгөргән. Ҙур яуҙар ваҡытында ирҙәр ҙә йәшеренгән. Бүгәсәү, Салауат яуы ваҡытында Өфө яғынан еңелеп ҡасып килеп шул мәмерйәлә йәшеренгәндәр, ҡотолоп ҡалғандар. Мәмерйәлә байлыҡтарын да йәшерер булғандар(һаҡал, ҡашмау, тәңкәләрен шунда йәшергәндәр. Аҡтар-ҡыҙылдар ваҡытында ла тегеләренән дә, быларынан да шунда ҡасып ҡалған ауыл кешеһе. Был яҡтар «лыжник» булғас( бабай, З.Вәлиди ғәскәрендә һуғышҡан ҡатайҙарҙан, оҫта саңғысылар булғас, саңғысылар отряды төҙөгәндәр, тип тә аңлатты аҙаҡ( ҡыҙылдар халыҡты аяманы, минең атай

шунда йөрөгәс үҙем саҡ ҡотолдом, бөтә нәмәбеҙҙе туҙҙырҙылар, үлтерә яҙҙылар. Халыҡ шул яфаларҙан ҡотолоу өсөн мәмерйәгә йәшенә ине. Ул мәмерйәгә әле инеп булмай, кемдер уның ауыҙын керә алмаһындар өсөн шартлатҡан, аҡлар-ҡыҙыллар һуғышы бөтөр саҡ булды быныһы.

Ғәбдүк ауылы Йосопов Зариф бабайҙан 1982 йылда яҙып алдым.


Ринат Шәйбәков Белорет районы, Йөйәк ауылы