1. Бәләкәй генә ел ҡапҡа
    Асыла ла ябыла.
  2. «Ас!», — тиһәң, асыла,
    «Яп!», — тиһәң, ябыла.
  3. «Мә!», — тиһәң, ябыла,
    «Ал!» — тиһәң, асыла.
  4. Ике пипылдыҡ,
    Ике мимылдыҡ,
    Арҡа терәштек —
    Бер булдыҡ.
  5. «Тей», — тиһәң, теймәй,
    «Теймә», — тиһәң, тейә.
  6. «Мин», — тигәндә, тейә,
    «Һин», — тигәндә, теймәй.