Ирәүәндән (ревень) ҡайнатма

Ирәүәндән бик тәмле һәм хуш еҫле ҡайнатма йәки джем әҙерләргә була. Ҡасан емеш-еләк өлгөргәнсе бик ярап ҡала, яңылай ғына ҡайнатылған был шифалы тәмлекәс сәй табынын да йәмләй.

Ирәүән аппетитты аса, йөрәк ауырыуҙарына ҡаршы сара булып тора, иммунитетты күтәрә.

Ҡайнатманы ирәүәндең үҙенән генә лә эшләргә була, был осраҡта файҙалы үҫемлектең тәбиғи тәме һәм еҫе һаҡлана.

Ә ҡайнатманы ҡышҡылыҡҡа һаҡлайым тиһәң инде төрлө емеш-еләк ҡушып ебәрергә мөмкин. Ирәүән ҡайнатмаһына алма, апельсин, төрлө еләк, ваниль, корица, имбирь ҡушһаң да була.

Беҙ лимон ҡушып әҙерләнгән ҡайнатма әҙерләйек.

Беҙгә кәрәк буласаҡ:

  • 1-1,5 кг ирәүәндең итләс һабаҡтары
  • 1 кг шәкәр ҡомо
  • 1 дана уртаса ҙурлыҡтағы лимон

Әҙерләү:

Ирәүән һабаҡтарын йыуырға, тышҡы ҡабығын әрсергә, 0,5 см оҙонлоғонда шаҡмаҡлап турарға. Ҡайнатма әҙерләй торған кәстрүлгә һалып, өҫтөнә шәкәр һибеп, ирәүәндең һуты сыҡҡансы 6-8 сәғәткә ултыртып торорға. Ҡайнатманы быяла, эмаль (металл булмаған) һауыттарҙа әҙерләргә кәңәш ителә.

Билдәләнгән ваҡыт үткәс кәстрүлде утҡа ҡуйырға, ҡайнап сыҡҡас 5 минут тоторға ла, утты һүндерергә. Ул һауытында ултырып һыуынһын.

Һыуынған ҡайнатманы тағы бер тапҡыр ҡайнатып сығарып, 5 минуттан һуң утты һүндереп, һыуытырға ҡуйырға.

Һыуынған ҡайнатмаға ҡырғыста ҡабығы менән ҡырылған йәки блендерҙа ваҡланған лимонды өҫтәп, тағы бер тапҡыр ҡайнатып сығарырға ла, 10 минуттан һуң утты һүндерергә.

Эҫе килеш банкаларға һалып, ҡапҡастар менән ябырға. Һалҡын урында һаҡларға.