Исемдәр тарих һөйләй
Бөрйән районы АҪҠАР АУЫЛ БИЛӘМӘҺЕНДӘГЕ ЕР-ҺЫУ АТАМАЛАРЫ
Башҡорт Википедияһында Аҫҡар ауылы тураһында мәҡәлә бар |
Исемдәр тарих һөйләй
Аҫҡар
үҙгәртергәАҫкар ауылына Түңгәүер волосы вотчинниктары нигеҙ һала. 1815 йылда Стәрлетамаҡ өйәҙенән 20 ғаилә Үрге Урал өйәҙенә күсерелә һәм Кесе Нөгөш буйында яңы ауыл - 2-се Аҫҡар барлыҡҡа килә.
Аҫҡарҙың улдары билдәле: өлкәне Арыҫланғол - 1743-1828 йй. Уның улдары - Ишбай (уның улы Яҡшығол), Аралбай, Теүәлбай.
Аҫҡарҙың икенсе улы - Таңғатар Аҫҡаров, 1761 йылғы, старшина ярҙамсыһы була. Уның улдары -Дәүләткилде, Күсей, Ырыҫбай, Игебай.
Был ауылда Аҫҡар Кульчиков та йәшәгән. Тик ул тәүгә килеп ултырыусы була алмай, сөнки йәше буйынса Арыҫланғол һәм Таңғатар Аҫҡаровтарҙан кесе булып сыға.
Бөрйән районының Аҫкар ауылы менән Әбйәлил районының Асҡар ауылы араһы алыҫ булһа ла ҡан-ҡәрҙәшлектәре бар. Ике ауылда ла "түмәй" һәм"аптыраҡ" араларының булыуы быны тағы бер тапҡыр иҫбатлай. Икеһенең дә тамғаһы - ай, ағасы - ерек, ҡошо - һайыҫҡан.
Әмир суҡыһы
үҙгәртергә(Мырҙабулатова Бикә Ғиниөт ҡыҙынан яҙып алынған.) Ауылдан 4 саҡырым алыҫлыҡта ятҡан бер төбәкте Әмир суҡыһы тип йөрөтәләр. Элек был урынды Бажай суҡыһы тип атағандар.
Әмир ике апаһы менән урманға утынға барғанда, көслө ел сығып китеп, ямғыр һәм борсаҡ яуа башлай. Әмирҙе апайҙары ҡайтарып ебәргән. Көслө ел өс кенә йәшлек малайҙы осороп алып китә лә, Бажай тауына алып барып һала. Апайҙары эҙләп-эҙләп таба алмағас, ауыл халҡы ҡулға-ҡул тотоношоп Әмирҙе эҙләргә сыға. Өс көн эҙләйҙәр, ләкин ул табылмай.
Үлән үҫеп, ҡымыҙлыҡ буйға еткәс, кешеләр Бажай суҡыһына ҡымыҙлыҡҡа йөрөй башлайҙар. Шул ваҡытта Әмирҙең һөлдәһен табып, Бажай суҡыһы эргәһенә күмәләр. Шунан бирле Бажай суҡыһын Әмир суҡыһы тип йөрөтә башлағандар.
Кәзә һуйған
үҙгәртергәАҫҡар ауылының бер яланын Кәзә һуйған яланы тип йөрөтәләр. Унда беҙҙең ауылдың байтаҡ кешеһе бесән эшләй. Революциянан һуң, Совет власы урынлашҡас, кулактар урмандарҙа ҡасып йәшәгән. Ауыл кешеләренең кәзәләрен урлап, һуйып ашай башлағастар, был ялан Кәзә һуйған яланы тип исемләнә. Ул ерҙә күп төрлө ағастар үҫә. Мәҫәлән, ҡайын, миләш, имән, ҡарағай. Кәзә һуйғанға күрше генә Ҡарагүҙ яланы бар.
Мулла осҡан тауы
үҙгәртергәАҫҡар ауылы менән Ҡыҫык фермаһы (элекке) араһында Мулла осҡан тигән тау бар. Революциянан алда һәм һуңыраҡ та был тирәләге башҡорт халҡы йәй көнө йәйләүгә күсә торған булған. Халыҡ бөтә мал-тыуарын, әйберҙәрен алған. Ул ваҡытта Ҡыҫыҡ утары ауыл булған. Ҡыҫык халҡы Шәйек йылғаһы буйына йәйләүгә күскән.
Йәйләүҙән Ҡыҫыҡҡа ҡышлау өсөн мулла Һибәт тә күскән. Мулла мөлкәте тейәлгән аты менән тауҙы төшкәндә, аттары алып каса. Был тау оҙон, текә. Мулланы ултыртып килгән арба ағасҡа һуғыла һәм уның аяғы һына. Шул ваҡыттан һуң был тауҙы Мулла осҡан тауы тип атайҙар.
Исмәғил ҡойоһо
үҙгәртергә(Ғәбиҙуллин Сабирйән Абдуләхәт улынан яҙып алынған.) Элегерәк Аҫҡар ауылында Исмәғил исемле бер кеше йәшәгән. Йәй көндәренең береһендә ул атын еккән дә ауыл осондағы йылға буйлап китеп барған.
Был йылғаға төрлө яҡлап ер аҫтынан сыҡҡан шишмәләр ҡушыла. Ошондай бер шишмәнең эргәһендә тәрән ҡойо була. Исмәғил ҡарт бара торғас, аты шул ҡойоға бата башлай. Атын ҡотҡарам тип, ул үҙе лә бата. Шунан алып ауыл кешеләре был ҡойоно Исмәғил ҡойоһо тип атай башлаған.
Бажай
үҙгәртергәБынан бик күп ваҡыт элек бер әбей менән бабай йәшәгән. Улар бик ярлы көн күргәндәр - ашарға ризыҡтары, кейер кейемдәре булмаған.
Бабай бик йәштән үк һунарсылыҡ менән шөғөлләнгән, үҙенә күрә данлыҡлы һунарсы булған. Улар төпләнгән тирәләге тәбиғәт януарҙарға бик бай булған һәм бабай урмандан табышһыҙ ҡайтмаған. Әбей менән бабай шулай итеп донъя көткәндәр.
Уларҙың ике ҡыҙҙары булған. Үҫеп еткәс, уларға бер үк көндө ике яусы килгән. Бабай менән әбей быға шатланып риза булғандар, ярлы йәшәһәләр ҙә, шартына килтереп туй үткәргәндәр, бөтә ауыл халҡын һыйлағандар.
Шул көндән башлап улар бергәләп бик килешеп йәшәй башлағандар. Бабай һаман шул кәсебе менән шөғөлләнгән һәм бөтә ғаиләне туйындырған. Хәҙер инде бабай ҙа ҡартая башлаған, йыш ҡына табышһыҙ ҡайтҡан көндәре лә күп булған.
Бер көндө ул кейәүҙәрен саҡырып: "Хәҙер мин ҡартайҙым инде, күҙҙәрем күрмәй башланы, һунарға йөрөү көндән-көн ауырлаша, шулай ҙа нисек булһа ла көн күрергә кәрәк бит. Мин ғүмер буйына алып йөрөгән һунар ҡорамалдарын һеҙгә тапшырам, хәҙер һеҙ һунарға йөрөй башларһығыҙ", - тигән.
Кейәүҙәре бабайҙың ҡоралдарын алып һунарға сығып китәләр, ләкин юлдары уңмай, бик бойоғошоп ҡайталар. Ҡайнылары: "Тәүге көндә минең менән дә шундай хәл булды, аҙаҡ өйрәнеп киттем, бойоҡмағыҙ, өйрәнерһегеҙ һәм бына тигән һунарсылар булырһығыҙ", - тигән һәм был юлы икеһенә лә айырым йөрөргә кәңәш биргән. Шунан башлап ике бажа айырым йөрөгәндәр. Гел бер ерҙә осрашып, бергә ҡайтырға һүҙ ҡуйышҡандар.
Улар йәшәгән ауыл эргәһендә бейек, ҡош-ҡортҡа бай тау булған. Ике бажа бергәләп шул тауҙан күп табыш алып ҡайтҡандар. Берҙән-бер көндө осрашырға тейешле урында, кесе бажаһы оло бажаһын эй көткән, ти, эй көткән, ти, ләкин оло бажа һаман килмәгән. Тамам аптырағас, кесе бажа урман яңғыратып: "Бажа!!!" - тип ҡысҡырып, оло бажаһын эҙләп киткән. Быны кешеләр ҙә ишеткән һәм исемһеҙ тау "Бажай"ға әйләнгән. Шунан алып был тауҙы "Бажай" тип атап йөрөткәндәр.
Г. МЫРҘАБУЛАТОВА, Аҫҡар урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы