Итек, быйма (йомаҡтар)
- Баҙы туҙыр, бағанаһы ҡалыр.
- Ашағанда, өҫтәл аҫтында,
Йоҡлағанда, карауат аҫтында. - Ике (ы)ристан,
Буйҙары тубыҡтан,
Уҙышалар ҙа ҡыуышалар,
Береһенән-береһе ҡалмайҙар. - Башы бар — мейеһе юҡ,
Биле бар — бауы юҡ,
Кәүҙәһе бар — эсе юҡ. - Ҡараңғы өйөм эсендә
Ҡарыны ярыҡ ҡуй ята. - Бер туған ике ғәрәп,
Буйҙары теҙҙән,
Ҡалышмайҙар беҙҙән. - Ике ағай теҙҙән,
Ҡалышмайҙар беҙҙән. - Ҡара тауыҡ ҡар йыра.
- Йәй көнө соланда ята,
Ҡыш көнө беҙҙән ҡалмай.