Итле туҡмас ашы — киң таралған боронғо башҡорт ризығы.

Ингредиенттар

үҙгәртергә
  • ит (йылҡы, һыйыр малы, һарыҡ, тауыҡ) — 70-100г
  • һуған — 20г
  • кишер — 20г
  • аҡ май — 10г
  • туҡмас — 40г
  • йәшел үҫентеләр — 3-5г.
  • тоҙ, тәмләткестәр сама менән.

Әҙерләү ысулы

үҙгәртергә

Итле туҡмас ашын әҙерләү өсөн төрлө һурпалар (һөйәктән, һөйәкле иттән, тауыҡ итенән, һ.б.) ҡулланыла («Иттән һурпа»ны ҡара).

Туҡмас әҙерләүҙен төрлө ысулы бар: картуф менән һәм картуфһыҙ, кәбеҫтә менән һәм кәбеҫтәһеҙ, кишер, һуған менән һәм уларһыҙ.

Һөҙөлгән һурпаға һалам кеүек йәки түңәрәкләп туралған кишер, һуған (теләк буйынса, сей килеш йәки еңелсә ҡыҙҙырып) һалалар. 10-15 минуттан һурпаға әҙерләп ҡуйылған туҡмас төшөрөлә һәм ул һурпа өҫтөнә йөҙөп сыҡҡас та, кәстрүлде уттан алып, тәменә ҡарап тәмләткестәр өҫтәйҙәр.

Әгәр ашҡа йәшелсә ҡушырға уйлайһығыҙ икән, бешеү ваҡытына ҡарап, уны туҡмас алдынан һалалар.

Туҡмасты туралған ит менән бергә бирәләр. Һум итте туҡымаһын арҡырыға, ә ҡабырға итен 1-2 һөйәклек итеп турайҙар. Ашты итһеҙ ҙә бирергә мөмкин.

Өҫтәлгә ҡуйыр алдынан, туҡмасҡа ваҡлап киҫелгән йәшел үҫемлектәр һибәләр, аш янына ҡорот йәки ҡатыҡ ҡуялар.

Итте айрым, бешкән йәшелсәләр менән бирергә була.