Итле урама
Әхирәттәр, кисә тәмлекәй генә урама (рулет) бешерҙем. Юҡ-юҡ, татлы ҡамырҙан түгел, ит фаршынан. Мәшәҡәте әҙ, ваҡытты күп алмай, әммә шул тиклем тәмле килеп сыға. Кәтлит-мәтлит ялҡытып киткәндә, ошолай итеп бешерегеҙ ҙә ҡуйығыҙ. Ундай ураманы байрам табынының иң түренә лә һис оялмай ултыртырға була.
Әҙерләү
үҙгәртергәШулай итеп бер йомарлам фаршҡа (200гр. тирәһе) тоҙ, борос, һуған, бәләкәй генә картуфты ҡырғыс аша үткәреп ҡуштым. Шунан таҡтаға башта шыптыр һалдым, өҫтөнә фаршты тигеҙ генә итеп йәйҙем. Эслегенә күп итеп ҡырғыстан үткәрелгән сыр һиптем, аҙаҡ шыптырҙың бер яғынан тотоп ипләп кенә күтәрҙем. Шул рәүешле итеп урама үҙенән-үҙе урала. Иң аҙаҡтан табаға күсереп һалдым да, өҫтөн ҡаймаҡ менән биҙәнем. Аҫты көймәһен өсөн ярты стакан һалҡын һыу ҡойҙом. Минең мейестә былай 40 минут тирәһе беште.
Әйткәндәй, ҡунаҡ табынына бешергәндә эслегенә һуған менән бәшмәкте, ҡырғыс аша үткәрелгән кишерҙе майҙа ҡыҙҙырып һалам, шулай уҡ тәмле була. Ашығыҙ тәмле булһын, дуҫтарым!
Гөлназ Ишемғолова