Итле һурпа
Итле һурпа
Ингредиенттар
үҙгәртергәБер кеше иҫәбенә түбәндәге миҡдарҙа алына:
- ит — 70-100 г.
- кишер — 20 г.
- башлы һуған — 20 г.
Әҙерләү
үҙгәртергәҺарыҡ, һыйыр малы һәм башҡа төрлө итте 300—500 г ауырлыҡтағы өлөштәргә турайҙар ҙа һалҡын һыуҙа йыуалар.
Әҙер итте кәструлгә һалып, өҫтәнә һалҡын һыу ҡойоп, көслө утҡа ҡуялар. Ҡайнап сыҡҡас, утты кәметеп, талғын ғына 1,5-2 сәғәт бешерәләр.
Ит ҡайнағанда сыҡҡан күбекте (туртаны), һауыт төбөнә ултырмаҫ элек, һөҙөп алып торорға кәрәк.
Әгәр күбек ултырып өлгөрһә, һурпаға һалҡын һыу өҫтәргә кәрәк, күбек өҫкә ҡалҡа, уны йыйып алырға була.
Бешкән итте һурпанан алырға һәм һурпаны һөҙөргә кәрәк. Һурпаны ҡайнатып сығарғас, унда бөтөн килеш кишер, башлы һуған төшөрөп, бешкәс һөҙөп алалар.
Итле һурпа әҙер, уны төрлө аштар әҙерләү өсөн ҡулланалар.