Ишек тотҡаһы, бауы (йомаҡтар)

- Бер үгеҙҙең ҡойроғона
Меңләп кеше йәбешкән.
- Бер һыйырҙың ҡойроғона мең кеше тотонған.
- Астым, яптым, кендегенән тарттым.
- Кергән менән керә,
Сыҡҡан менән сыға.
- Өй алдында ҡәйенһеңлем бар,
Килгән-киткән ҡул бирә.
- Уны гелән тоторҙар,
Тоторҙар ҙа тартырҙар.
- Бер тоторҙо мең тотор.