Иҙел ҡыҙы (Земфира Аҡбутина)/II бүлек Мәктәп йәшендәгеләр өсөн

II бүлек Мәктәп йәшендәгеләр өсөн үҙгәртергә

Изге ҡош үҙгәртергә

Заманалар булған, ай-һай, ауыр...
Баҫҡынсылар илде ҡаҡшатҡан.
Ырыу-ырыу булып йәшәгәндә
Үҫәргәнгә дошман яу асҡан.

Яу килерен һиҙеп, аҡлан тулып,
Бейеп йөрөй икән торналар.
Эште һиҙеп, ҡулға ҡорал алып,
Ир-егеттәр атҡа атланған.

Яуҙы баҫтырғанда, саңҡ-саңҡ итеп,
Ҡеүәт биреп осҡан торналар.
Үҫәргәндәр иле йәшәгәндә
Изге ҡошо булыр торналар!

Һыңар сандали үҙгәртергә

(Самат Ғәбиҙуллин һөйләгәненән)
Ветеран инәй
Һаҡлаған ҡалай?
Һандыҡтан сыға
Һыңар сандали.

Күҙе йәшләнеп,
Йәмилә инәй
Был сандалиҙың
Тарихын һөйләй: ...

Һуғыштан ҡайта
Тыуған яғына –
Ашыға һалдат
Улы янына.

Күрмәгән улын –
Ул киткәс, тыуған.
Шундай хәлдәр ҙә
Булған шул, туған!

Вокзалда – баҙар,
Ул күреп ҡалған.
Улына бүләк
Алмаҡсы булған.

Сандали өсөн
Ул һонған икмәк.
Улына – биш йәш,
Бик матур бүләк.

Поезд ҡуҙғалған.
Халыҡ күп. Тығын.
Өлгөргән һалдат.
Ҡапшай ҡултығын.

Ә унда – бары
Һыңар сандали.
Төшөп ҡалған бит
Һыңары ҡалай? ...

Фронтовик атай
Күп тә тормаған,
Алған яранан
Ул донъя ҡуйған.

Һандыҡ төбөндә
Һаҡлаған әсә.
Һәм тарих һөйләй –
Булғандай кисә...

Алдымда ята
Һыңар сандали.
Ә күҙ алдында –
Фронтовик атлай ...

Яу яланынан
Тыуған яғына
Атай ашыға
Улы янына..

Һөнәрҙәргә өйрәнә үҙгәртергә

Егет кеше—илгә терәк,
Ҡыҙ кеше йортто биҙәй.
Беҙҙең ҡыҙҙар ял иткәндә
Нағышлап һала биҙәк.

Күҙ ҙә эйәрмәй ҡулдарға,
Сигә, мәрйендәр теҙә.
Өйрәнеүе—үҙе өсөн,
Матур күлдәк тә тегә.

Беҙҙең ҡыҙҙар шәл бәйләйҙәр —
Күҙ ҙә эйәрмәй ҡулға!
Тағы… Бешерә белмәһә,
Ниндәй ҡыҙ, тиҙәр, була?

Егеттәр ҙә ҡалышмайҙар:
Ағасты һырлап биҙәй!
Киләсәктә йорттар һалыр,
Өйҙәре илде биҙәр.

Атайҙар байрамы үҙгәртергә

Февралдең егерме өсөндә
Ҙур байрам була!
Ул көндө класс бүлмәбеҙгә
Ҡунаҡтар тула!

Атайҙар менән малайҙар
Ярышҡа сыға.
«Күңелле старт»тан маңлайҙа
Оһ, тирҙәр аға!

Әрмелә булған атайҙар,
Ҡайһылай төҙҙәр!
Ватанды һаҡлаусы булып
Үҫербеҙ беҙ ҙә!


Ҡарурман үҙгәртергә

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Марат Муллағоловҡа

Ҡаҡса кәүҙә, көлөп баҡҡан күҙҙәр –
Күҙ алдыма шулай уйылған.
Ҡара таҡталағы аҡбур эҙе
Нисә яҙып, нисә юйылған.

Кәрәк булһа, ҡалыптарҙан ҡасып,
Һин үҙгәрттең дәрес ағышын.
«Шишмә тауышы»ның* тамсылары
Булһын тиеп тормош нағышы.

Ынтылдыҡ беҙ гүзәл Ағиҙелгә
Ә урманда эҙҙәр һалынды.
Ҡара таҡта, аҡбур арығанда
«Тағы яҙсы»,- тиеп ялынды.

Тыныс ҡалдырманы Ағиҙелдең
Ҡырҡып ырғытылған һәр талы.
Күпме йөрөһәк тә, ҡарурмандың
Сере беҙҙе арбап–арбаны.

Күпме уйлаһаң да уй етмәҫлек
Һин булғанһың үҙең ҡарурман.
Ярған шишмәләрең оло һыуға –
Ағиҙелгә юлдар ярырҙар.

Бөрйән районы Иҫке Монасип урта мәктәбендәге әҙәби-ижад түңәрәге

Уҡытыусыма үҙгәртергә

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Марат Муллағоловҡа.

Көлтә-көлтә нур эркелә
Йөрәгемә -
Уҡытыусым, иҫкә төшһәң,
Гелән генә -

Нур сәселә күңелдәргә
Йөҙҙәреңдән.
Һине һөйә күпме йөрәк —
Йөҙәрләгән!

Балаларға бүлеп биреп,
Йөрәгеңде.
Борсолаһың. ин беләһең
Кәрәгеңде.

Ер шары элеүле тора
Был йөрәктә.
Беҙгә лә уны элергә
Һин кәрәк тә!

Һинең менән бергә яна
Нисә йөрәк!
Ер шарын һаҡларға үҫә
Күпме терәк!

Күп янғанға, күп көйгәнгә
Туҙа йөрәк!
Ләкин беҙгә шундай йөрәк
Бик-бик кәрәк!


Халҡым миңә... үҙгәртергә

Халҡым миңә бер бейек тау кеүек
Ул мөһәбәт, бөйөк, ул – тере.
Күккә баҡҡан тауҙар ҡосағында
Иҙерәп тә килә ирейһе.

Халҡым миңә бер бейек тау кеүек,
Тау эстәре — тотош хазина.
Семтем хазинаны эҙләп тапһаң,
Тиң булырһың һин ил ҡыҙына.

Халҡым миңә бер бейек тау кеүек.
Тау ҡуйыны - ҡалын урмандар.
Күпме мөғжизәләр йәшеренгән--
Күпме унда дәрт һәм дарман бар.

Халҡым миңә бер бейек тау кеүек.
Урғып шишмәләре атыла.
Ҡуйынынан алҡын йылғалары
Донъя киңлегенә ынтыла.

Тау артылып талсыҡҡандар өсөн
Һыуһын ҡандырһасы йырҙарым.
Халҡым тигән бейек тауҙан бит мин
Шишмә булып урғылам бары …

Халҡым миңә бер бейек тау кеүек…

Асылды аңлау үҙгәртергә

Урал тәбиғәте хозурлығын
Нисә быуын йырҙа йырлаған.
Матурлығын уның олатайҙар
Күҙ ҡараһы һымаҡ һаҡлаған.

Йылға-күлдәр, тауҙар һәм урмандар
Күпме сер һаҡлай бит үҙендә.
Уны айҡап-байҡап сыҡҡан һәр кем
Асыш яһар үҙе үҙенә.

Йомарт, ихлас тәбиғәтле Урал,
Ҡуйыныңда һинең — башҡортоң.
Киң күңелле, ихлас, ғорур, йомарт
Халҡыма һин, мәңге баш йортһоң.

Урал тәбиғәте хозурлығы
Күскән башҡортомдоң үҙенә.
Халҡыбыҙҙың күңел матурлығын
Данлар өсөн етмәҫ һүҙем дә.

Кемдә йәшәй Салауат? үҙгәртергә

Ирек даулап яуға сапҡанында
Нәфрәт менән ҡаны ҡайнаған.
Йәберләнгән, кәмһетелгән халҡын
Азат итеү уйы аймаған.
Һай, Салауат!

Түҙеү, түҙеү, унан баш ҡалҡытыу,
Төшкән, халҡым, һинең өлөшкә.
Ирек һөйгән рухың тере булған,
Яуҙа үлгән- көйгән килеш тә.
Эй, ғәзиз халҡым!

Ошо хаҡта беҙгә һөйләйҙер ҙә
Иҙел башындағы ярһыу ат.
Халҡы өсөн янып-көйгәндәрҙең
Йөрәгендә ятыр Салауат.
Эйе, Салауат!

Тере йөрәк халҡым өсөн байраҡ —
Иҙел башындағы ярһыу ат.
Кемдә халҡым рухы дөрләп яна —
Шул кешелә йәшәр Салауат!
Халҡым йөрәгендә—Салауат!

Һуғыш иҫкә төшһә... үҙгәртергә

Һуғыш ғәрәсәте иҫкә төшһә,
Йөрәктәрен тота ветеран.
Тамуҡ уты кеүек ҡан-ҡыйралыш
Күҙ алдында уның гел тора.

Һуғыш ваҡыттары иҫкә төшһә,
Тол әбейҙәр әрнеп йәш һөртә.
Яуҙа ҡалған ирен көткән улар,
Өмөтләнеп көткән һәр иртә.

Һуғыш ваҡыттары иҫкә төшһә,
Ул саҡ ун биш йәшлек малайҙар
Уйын күрмәнек, тип көрһөнәләр,
Хәҙер етмеш йәшлек бабайҙар.

Һуғыш ғәрәсәте иҫкә төшөп,
Йөрәктәрен тотһа бабайҙар,
Һуғыш музейҙарға китһен,тиеп
Бик ныҡ теләй ҡыҙҙар, малайҙар.

Кешелек елкәһендә үҙгәртергә

Тәбиғәт менән бәйлебеҙ.
Тәбиғәттә йәшәйбеҙ.
Шулай булғас, ул турала
Уйлай торған кеше—беҙ.

Һайыға бит һыуҙарыбыҙ,
Бысрана шул һауалар.
Аҙаялыр инде нефть тә,
Һаман уны һауалар.

Тәбиғәт һаҡлауға мохтаж
Ул тонсоға башланы.
«Һаҡлағыҙ!»-- тип кешеләргә
Ул саҡырыу ташланы.

Күпме асыштар асалар
Тәбиғәт өлкәһендә.
Тәбиғәтте һаҡлау бит ул —
Кешелек елкәһендә.

“Урал батыр” эпосын ятлаусы балаларға үҙгәртергә

Урал батыр ни уйланы икән —
Һыулы турһыҡ алғас ҡулына.
Һеҙҙең һүҙҙәр—йәншишмәнең һыуы,
Бар тәбиғәт нисек ҡыуана!

Йәш балалар эпос ятлағанда
Уралтау ҙа ҡолаҡ һалғандай.
Гүйә, Урал бөркөп йөрөй тауҙа
Шишмә һыулы турһыҡ алған да.

Йәншишмәнең тамсылары булып,
Эпос һеңә йәнгә, күңелгә.
Сәләм бирә, ана, Урал батыр —
Күк күкрәүе тиккә түгел дә.

Йәншишмәнең тамсыларын эскәс,
Бар тәбиғәт йәшәргәндәй,
Халҡыбыҙ бит йәшәрә лә һеҙҙән,
Йәшәр һаман һеҙҙең ғәмдән!

Күрше үҙгәртергә

Ҡыйын саҡта, кәрәк саҡта
Күрше ярҙамға килә.
Халҡым матур әйтем әйткән: --
Яҡшы күршеләр телә!

Ауырлыҡта, шатлыҡта ла
Гөрләп йәшәйек бергә!
Ерҙә һәр бер кеше әйтһен: --
Уңдыҡ күршенән беҙ ҙә!

Көлөү үҙгәртергә

Шырыҡ-шырыҡ!.. Шырыҡ-шырыҡ!..
Шырҡылдашып көләбеҙ.
Һәр нәмәнән ҡыҙыҡ табып,
Шулай үҫеп киләбеҙ.

Ихи-хи-хи!... Көлә торғас,
Биттәребеҙ ҡыҙарҙы.
Иҙән ярығынан да беҙ
Көлә торған ҡыҙҙармы?

Һәр һүҙҙән дә ҡыҙыҡ табып,
Сырҡылдайбыҙ кинәнеп.
Насар ғәҙәт бөтөрәбеҙ —
Үҙебеҙҙән дә, көлөп!

Сығарылыш уҡыусыһына үҙгәртергә

Хушлашаһың бөгөн мәктәп менән,
Һин тормошҡа аяҡ баҫаһың.
Ә иртәгә һине һорау көтә —
Был донъяға нисек баҫаһы?

Ныҡлы баҫып, икеләнмәй атла,
Һиңә тотош ғүмер һүтәһе…
Бар көсөңдө туплап, һиңә әле
Тормош һынауҙарын үтәһе…

Һиңә яҙһын, дуҫҡай, был тормошта
Үҙ-үҙеңде, юлың табырға.
Тура килер үҙ ҡулдарың менән
Үҙ тормошоң үҙең яҙырға.

Бүләк үҙгәртергә

Әсәйҙәрҙең байрамына
Әҙерләйбеҙ беҙ бүләк!
Ҡотлау открыткаһы яһап,
Яҙабыҙ унда теләк:

«Әсәй – иң ҡәҙерле кеше,
Беҙҙең менән мең йәшә!
Һинең менән өйөбөҙҙә
Мәңге шат ҡояш йәшәй».

Һүрәт яһайым таҡтаға,
Апай ҡулъяулыҡ сигә.
Һырлап-биҙәү оҡшай миңә,
Апай башмаҡтар тегә!

Беҙҙең ҡулдар теккән эштәр
Әсәйгә оҡшар әле!
Байрам менән беҙ ҡотлайбыҙ,
Әсәкәй, йылмай, йәме!