Иҫке Собханғол ауылының барлыҡҡа килеүе

Иҫке Собханғол(рус. Старосубхангулово; башҡа атамалары Алаҡуян, Лукъянтамаҡ, Көрпөсәк) — Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районындағы ауыл.

Тарихы үҙгәртергә

Иҫке Собханғол ауылының барлыҡҡа килеүе, исеме Яңы Собханғол ауылының барлыҡҡа килеүе һәм исеме менән тығыҙ бәйләнгән.

Собханғол утары 1750-1760 йылдарҙа Ағиҙел буйындағы туғайҙың үрге осонда Иҫке Ыҙма тип аталған урында барлыҡҡа килгән. Утарға, легенда буйынса, Янһары исемле кеше нигеҙ һалған.

Иҫке Ыҙмала ысынлап та утар булыуын раҫлаусы дәлилдәр бар. Иҫке Ыҙманан ярты саҡырым үрҙә, Ағиҙел буйында, “Кәмә ҡарай торған таш” исемле ҡая бар. Был ҡаянан Ағиҙел буйы асыҡ күренеп тора. Ул осорҙа Белоретта, Үҙәндә, Үрге Әүжәндә, Ҡағыла суйын иретеү заводтары булған. Урыҫтар суйын иретмәләрен ҙур кәмәләрҙә (баржаларҙа») Ағиҙел буйлап түбәнгә — Стәрлетамаҡҡа, Өфөгә төшөргәндәр. Утарҙа йәшәгән кешеләрҙе баржаларҙа килгән урыҫтар йәберләгәндәр. Шуға күрә урыҫтарҙың ағып килеүен алдан белеп тороу өсөн Кәмә ҡарай торған ташҡакүҙәтеүселәр ҡуйылған.

Икенсе дәлил. Яңы Собханғол ауылы зыяратында боронғо ҡәбер бар. Уның ташына “ 1765 йыл. Ҡарағол бей” тип яҙылған. Шулай булғас, утар 1750-1760 йылдарҙа уҡ булған тип әйтергә тулы нигеҙ бар.

Легендала әйтелгәнсә, Янһары бик ныҡ ҡартайғас, атка атланып тирә-яҡты байҡап ҡайтырға булған. Хәҙерге Яңы Собханғол ауылы ултырған урынға еткәс, атынан төшөп, ауылды төньяҡтан ҡамап торған Бәйет тауы итәгендә ял итергә туҡтаған. Ҡарттың улы Собханғол уны. эҙләп сыҡҡан һәм ошо тау итәгендә тап иткән. Улын күргәс, Янһары ҡарт: “Мин итәгендә ятҡан тау Бәйет, ә итәге аҫтында мәйет булыр”, тигән дә йән биргән.

Собханғол, Ҡарағол һәм башҡа уландары ҡартты Бәйет тауы итәгендә ерләгәндәр. Урыҫтарҙың йәберләүенән һәм һыу баҫыуҙан ҡасып, ҡарттың балалары, туғандары хәҙерге Яңы Собханғол ауылы торған урынға күсеп ултырғандар.

Архив документтарына ҡарағанда ла, Собханғол ауылын атай мираҫына эйә булған йоҙбашлығы Собханғол Килдекәев нигеҙләгәне билдәле. 1760-1770 йылдарҙа сотниктар Собханғол Килдекәев һәм Мотай Айытҡоловтар Яңы Собханғолда алып Ырғыҙлыға тиклемге арала Ағиҙел буйындағы ерҙәргә хужа булғандар. Аҙаҡ был ерҙәрҙе Вознесенский баҡыр иретеү заводына файҙаланыу өсөн һатҡандар. Собханғол Килдекәев — Икенсе Этҡол ауылыныҡы, ә Мотай Айытҡолов — Иҫке Сибай ауылыныҡы булғандар. Собханғолдоң уландары — Мырҙабай, Мәүлет, Тулыбай.

Мырҙабайҙың уландары: Бирҙеғол, Ғәбдел, Моталлап, Ғәбделманап, Ғәбделвәли. Тулыбайҙың уландары: Ғәбделбәшәр, Ғәбделнасир, Ғәбделғазы.

XIX быуат башында 5 ғаилә кире Икенсе Этҡолға күсеп ҡайта: Ишбай Ябаҡов, Ишбулды, Күлбай, Моратҡол Ахиковтар, Ҡунаҡҡужа Йомағужин. Икенсе Этҡолға күсеп ҡайтыусыларҙың ҡайһы берәүҙәре нең туғандары Собханғолда ҡалған. Уларҙан Ишбаевтар, Күлбаевтар, Йомағужиндар, Ҡолдәүләтовтар таралған.

1850-1859 йылдарҙа яңы ауыл барлыҡҡа килә. Яңы СобханғолданАлағуянтамағына Ишбаевтар, Вәлиевтар, Ҡондоҙбаевтар, Күлбаевтар һәм башҡалар күсеп ултыра.

Был ауыл Иҫке Собханғол тип атала.

10-сы ревизия буйын-са, Яңы Собханғолда һәм Иҫке Собханғолда икешәр йөҙ кеше йәшәгән, һәр ауылда 33-әр хужалыҡ булған. Яйлап Иҫке Собханғол йәки Алағуян ауылы үҫә барған. Ауыл халҡы малсылыҡ менән шөғөлләнгән.

Бөрйән районы барлыҡҡа килгәнгә тиклем Бөрйән волосы үҙәге булып Мәндәғол ауылы һаналған, һуңынан волос үҙәге Яңы Собханғолға күсерелгән.

Яңы Собханғол ауылының волость үҙәге булыуы тураһында таҡмаҡ сығарғандар:

Янһары ауылы ҙур ауыл,

Волость тотоп тора ул.

Әтәсте тауыҡтан айырмаған

Дурактар ҙа була ул.

Һуңғы волость старшинаһы Байғаҙы ауылы кешеһе Хафиз Байморатов булған. 1930 йылда Бөрйән районы төҙөлгәс, Иҫке Собханғол ауылы район үҙәге булып китә.

Кемдеңдер яңылыш фекер йөрөтөүе арҡаһында Яңы Собханғолдан һуң барлыҡҡа килгән ауылды Иҫке Собханғол тип йоротә башлағандар. Район үҙәген Бөрйән тип атау урынһыҙ. Бөрйэн — ырыу исеме, ер- һыу атамаһы түгел. Был ырыу вәкилдәре Борйән районы һәм Баймаҡ районы биләмәләрендә йәшәй.

Ә “Бөрйән” тигән атаманың килеп сығыуы үҙе бер оҙайлы тарих. Ул “бер йән” тигәнгә һәм “Аҡбуҙат” эпосы менән бәйләнгән.

С. ХӘЛИЛОВ, ветеран уҡытыусы. Яңы Собханғол ауылы.2013 йыл, 2 апрель "Таң" гәзите