Йолаларҙа – халыҡ аҡылы

АҠҺАҠАЛ ҺҮҘЕ

Йолаларҙа – халыҡ аҡылы

үҙгәртергә

1960-сы йылдар аҙағында беҙ ҡайнымдар менән бергә, ике ат егеп, Берлек аша Ғәлиәкбәргә ҡунаҡҡа юлландыҡ. Ул көндө Берлектә йоҡлап, икенсе көнө Ғәлиәкбәргә барып еттек. Юлда ҡаршы аттар тап булғыланы. Беҙ юл биргәнсе, уларҙың аттары көрткә төшөп урап үтә лә китә. Ә беҙ бригаданың шәп аттарын егеп алған булғайныҡ. Беҙҙекеләр тәрән көрттән саҡ-саҡ сыға.

Бер Ғәлиәкбәргә барғанда, көнөнә барып етер өсөн, юлда сәй ҡайнатып эсергә утын, аҫҡаҡ, баҡырсалар һалып алдыҡ. Баҙал тауының ҡап уртаһында сәй ҡайнатып эсеп, аттарға һоло ашатып, имен-аман барып еттек.

Ғәлиәкбәр ауылы ултырған урын киң, иркен. Таҡыясусаҡ тауы ҡунаҡтарҙы күкрәк киреп ҡаршы ала, оҙатып ҡала. Ул ваҡыттарҙа шулай йыраҡ ауылдарға ла халыҡ ат менән йөрөнө. Юлда уйҙарға сумып, тәбиғәткә һоҡланып, уның тынын тыңлап ял итеп йөрөй торғайныҡ. Ә хәҙер машина тәҙрәһенән бөтә тәбиғәт күренештәре күренмәй ҙә ҡала, тейешле урынға һә тигәнсе бараһың да етәһең.

Элек ауылдан-ауылға дуғалап ҡунаҡҡа саҡырыу көслө булды. 8-10 өйләп саҡыра торғайнылар. Бер аҙ күңелләнеп алғас, уйын-көлкө башлана. Ғаилә, ауыл хәлдәрен һорашабыҙ. Йыр-бейеүгә ҙур урын бирелә.

Ғәлиәкбәрҙәр йыр-бейеүгә бик оҫта булды. Шул саҡтағы бейеүҙәр һаман күҙ алдында, моңло йырҙар ҡолаҡта. Йәш килендәр, ҡыҙҙар, егеттәрҙән башлап ололарҙың барыһы ла бейене. Оло ғына йәштәге кешеләрҙең өс таған бейеүҙәрен ҡарап ултырыуы үҙе бер күңел ҡыуанысы була торғайны.

Иң оло ҡоҙабыҙ Яҡуп ҡарт таҙа, мөһабәт кәүҙәле, имән шикелле ир булды. Йәш сағында спорт менән шөғөлләнһә, бокс йәки штанга күтәреү буйынса донъя чемпионы булыр ине, валлаһи. Ул үҙе йыр-бейеүгә бик үк ҡатнашмай, “Байыҡ” конкурсының алып барыусыһы Рита Өмөтбаева шикелле, йыр-бейеүҙәрҙе күҙәтеп, ҡунаҡтарға дәрт өҫтәп ултырыр ине.

Ҡунаҡтар барыһы ла бер-береһенә яғымлы, үпкәләш-талаштың ни икәнен дә белмәйҙәр. Бар сағында эсеп ҡалайым тигән уй ауыл халҡына бөтөнләй ят булды.

Ҡунаҡта өйҙән-өйгә йөрөп, ауыл халҡының көнитмеше, йәшәйеше менән танышаһың. Ҡунаҡ өс көнгә һуҙыла.

Ҡайтырға сыҡҡанда ауыл осона тиклем оҙата киләләр. Унда ла уйын-көлкө ойоштороп, ҡайһы саҡта хатта кире бороп ауылға алып ҡайтып, иртәгәһенә оҙаталар ине. Халыҡ шулай эсеүҙе алға ҡуймай ғына матур, татыу йәшәне.

Ә хәҙер тормош бөтөнләй үҙгәрҙе. Эсергә тапһалар, уны шунда уҡ эстәренә бушатыу яғын ҡарайҙар. Ҡайҙа ул элекке һымаҡ мәжлес ҡороп, ил-көн хәлдәрен һөйләшеп, матур итеп мәрәкәләшеп, йырлап-бейеп ултырыуҙар.

Яйлап халҡыбыҙҙың матур йолалары онотола бара. Бала тыуғандан алып йәш туйҙары үткәреү яйлап ҡунаҡ мәжлестәре йолаһын ҡыҫырыҡланы. Эскеле мәжлестәр киң ҡолас йәйҙе.

Йәш туйлауҙар, нимәнелер йыуыуҙар кеше тыуғандан алып теге донъяға киткәнгә тиклем дауам итә. Әүәле бер ҡыҙыҡ йола булды – ҡунаҡ ҡайтыр мәлдә тыштан өй мөйөшөн берәй әйбер менән өйҙәгеләр ишетерлек итеп туҡылдата торғайнылар.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халҡыбыҙҙың матур йолалары онотола бара. Уларҙың урынын ҡырағай йолалар баҫа барыуы аяныс.

Ошо бәләкәй генә йолаларҙа – халҡыбыҙҙың күңел, рух, әхләҡ сағылышы.

Әкрәм ӘМИНЕВ, Мораҙым ауылы.

2014 йыл, "Таң", 5 август, шишәмбе, № 90 (9718)