Тауыҡ һәм һәм бүҙәнә (бытбылдыҡ) йомортҡалары

Йышыраҡ тауыҡ, үрҙәк (өйрәк), ҡаҙ йомортҡаһы ашарға тотонола. Шулай уҡ күркә, бүҙәнә, страус һ.б. ҡоштарҙың да йомортҡалары ашарға яраҡлы һанала.Ҡоштарҙыҡынан тыш, ташбаҡа (гөбөргәйел) йомортҡаһы ла, аҙыҡ булараҡ, ҡулланылыуы билдәле.Тауыҡтың төрөнә ҡарап, уларҙың йомортҡалары ла төрлө төҫтә була. Әммә йомортҡаның сифаты уның ҡабығының төҫөнә ҡарап баһаланмай.

Йомортҡаның төрө Йомортҡаның
уртаса ауырлығы, г
Йомортҡаның һатыуға
яраҡлы минималь ауырлығы, г
Тауыҡ 55 35
Бүҙәнә 10-12 10
Үрҙәк 95 75
Ҡаҙ 200 160
Күркә 75 60
Фазан 60
Страус 1000 650
Эму 780
Цесарка, мысыр тауығы 43-48 36


Рәсәй стандарттары буйынса тауыҡ фабрикаһында етештерелгән йомортҡаның һәр береһендә билдә ҡуйылған булырға тейеш. Беренсе хәреф һаҡлау срогын күрһәтә:

  • «Д» хәрефе диетик йомортҡаға ҡуйыла, 7 көн эсендә ҡулланылырға ярай.
  • «С» хәрефе(столовое яйцо) ашханалар өсөн, 25 көнгә тиклем яраҡлы йомортҡаларҙа була.

Икенсе билдә, ауырлығына ҡарап, йомортҡаның категорияһын күрһәтә:

  • Өсөнсө категория (3) — 35- 44,9 г.
  • Икенсе категория (2) — 45 - 54,9 г.
  • Беренсе категория (1) — 55 - 64,9 г.
  • Һайлап алынған (О) — 65 - 74,9 г.
  • Юғары категория (В) — 75 г күберәк.

Шулай итеп, маркировка буйынса, «СВ» — ашханалар өсөн юғары категориялы йомортҡа, «Д1» — беренсе категориялы диетик йомортҡа.