- Шаҡ-шаҡ, шаҡ-шаҡан,
Шаҡ эсендә аҡ шалҡан,
Шалҡан эсендә һары бал,
Ҡулыңдан килһә, һалып ал.
- Тышы тамаҡҡа ултыра,
Эсе йөрәккә ята.
- Бәләкәй генә аҡ келәт,
Эсе тулы һары май.
- Таш келәт,
Аҡ келәт,
Аҡ келәт эсендә һары алтын.
- Өй артында ҡойом бар,
Ике төрлө һыуым бар.
- Бауға бәйләнмәй,
Сөйгә эленмәй.
- Аҡ тирмәнең эсендә
Һары сәсле ҡыҙ йоҡлай.
- Аҡ тирмәнең ишеге лә, тишеге лә юҡ.
- Бәләкәй генә аҡ таш пулат,
Ишеге лә юҡ, тишеге лә юҡ.
- Таш пулат,Көмөш пулат,
Эсендә һары балауыҙ.
- Бәләкәй генә аҡ һандыҡ,
Асҡыс-биге юҡ һандыҡ.
- Туҫтаҡ өҫтөндә туҫтаҡ.
- Йомро ғына аҡ һарай,
Эсе тулы бал да май.
(Эсе тулы һары май.)
- Аласыҡта аҡ алма —
Ике төрлө һыуы бар.
- Аҡ көмбәҙле бер таш мәсет,
Инергә ишеге юҡ.
- Аҡ тәпән, Аҡ тәпән эсендә һары май.
- Аҡ күл,Аҡ күл эсендә һары күл.
- Аҡ тунымдың еге юҡ.
- Аҡ мискәнең йөйө юҡ,
Ҡоршауы юҡ, сөйө юҡ,
Эсендә шыйыҡ балы бар,
Һарыһы бар, ағы бар.
- Аласыҡта бер ил,
Уртаһында һары тал.
- Аҡ һарайым эсендә һары тауығым ултыра.
- Йәнленән йәнһеҙ тыуа,
Йәнһеҙҙән йәнле тыуа.
- Йәнһеҙҙән йәнле тыуыр,
Ул ни булыр? Шуны бел!
- Эсе һары,
Тышы аҡ,
Ул ни булыр?
Әйтеп баҡ!
- Аҡ май — ағы.
Һары май — һағы.
Бөгөн үле,
Иртән тере.
- Боҙон ватһаң, көмөш сығыр,
Көмөшөн ватһаң, алтын сығыр.
- Бер мискәнең эсендә ике төрлө аш.
- Бер сүлмәктә ике төрлө май.
- Бер батман эсендә ике төрлө ашамлыҡ(эсемлек).
- Бер сынаяҡ эсендә ике төрлө һөт.
- Бер батмуста ике төрлө ҡамыр.
- Бер мискәлә ике төрлө бал.
- Бер өйҙөң эсендә ике төрлө шаршау.
- Бер ҡойонан ике төрлө һыу сыға.
- Бер мискә эсендә ике төрлө һарыҡ бәрәсе.
- Ҡаты-ҡаты аҡ ҡала,
Аҡ ҡаланың эсендә һары бала.
- Аҡ шыйыҡса эсендә һары туп.