Йоҙаҡ һәм асҡыс (йомаҡтар)
- Шырт итте, мырт итте,
Ауыҙын асты, тороп ҡасты.
- Шырт итте, мырт итте,
Уртаһына инеп китте.
- Аҫылынған аҫыл ҡоштоң
Асылырға уйы бар,
Аса белһәң — һинеке,
Аса алмаһаң — китеп ҡал.
- Ишек алдым абалай,
Бүре килһә, аралай.
- Ишеккә килә, керә белмәй.
- Бәләкәй генә бер көсөк,
Өрмәй ҙә, ебәрмәй ҙә.
- Бәләкәй генә бер этем йорт һаҡлай.
- Бер тумалаҡ ит кенә,
Башы, күҙе ныҡ ҡына.
- Был донъяла бер эт бар,
Өй һаҡлай, өрмәй.
Аяғы юҡ, йөрөмәй,
Әҙәм телен белмәй,
Тамағын тыҡһаң, һөйләй.
Шул эттән һорауһыҙ
Өйгә берәү инмәй.
- Бәләкәс кенә быстыҡ,
Елкәһенә баҫтыҡ.
Бер нәмәһе бар ине,
Уны ла урлап ҡастыҡ.
- Бәләкәй генә, бит кенә,
Ҡара киҫәк ит кенә,
Өйҙө һаҡлай тик кенә.
- Бәләкәй генә, бит кенә,
Ҡараҡ килһә, кит кенә.
- Өрмәй-нитмәй,
Ташлап китмәй,
Берәүҙе лә ебәрмәй.
- Өрмәй-нитмәй,
бер кемде лә керетмәй.
- Кескәй генә көсөгөм,
Аяғы юҡ, йөрөмәй,
Кеше килһә, өрмәй,
Уғры килһә, ебәрмәй.
- Бәләкәй генә турғай өйөмдө һаҡлай.
- Бәләкәй генә турғай
Тау-ташты ҡарауыллай.
- Бәләкәй генә бер малай
Ишек төбөм һаҡлай.
- Үҙе тора, үҙе өрмәй,
Аяғы юҡ, йөрөмәй,
Күмәйен тыҡһаң, һөйләшә.
- Телен бер кем дә белмәй,
Унан башҡа берәү ҙә өйгә инмәй.
- Бәләкәй генә булһа ла өйҙө һаҡлай.
- Бәләкәй генә бер сәпсек
Келәт һаҡлап ултыра.
- Келт-келт итә, өйөнә кереп китә.
- Сылт-сылт итә, сылт эсенә кереп китә.