- Оҙон-оҙон эҙ килер,
Оҙон буйлы ҡыҙ килер,
Ҡабаҡтары ҡалтырап,
Маңлайҙары ялтырап.
- Оҙон-оҙон юлдарҙан
Оҙон-оҙон ҡыҙ килә,
Башҡынайы ҡалтырай,
Күҙгенәйе ялтырай.
- Аяҡһыҙ-ҡулһыҙ ерҙән китә.
- Аяҡһыҙ-ҡулһыҙ атлап йөрөй.
- Урмандан сығар,
Һырты сыбар,
Түше менән шыуар,
Ауыҙын асыр,
Телен һуҙыр,
Уға кем сыҙар?
- Урмандан сығар,
һырты сыбар,
Түше менән шыуар;
Әфәләм төрлө,
Алтын һырлы,
Төймә башлы,
Тоҙ күҙле.
- Оҙон-оҙон оҙон юл,
Оҙон юлды кем уҙыр?
Бауыры сыбар күкәлтәйҙең
Йомортҡаһын кем табыр?
- Таба, таба, табалама,
Таба арҡылы юрғалама.
Айғыр күрһәң, кешнәмә,
Кеше күрһәң, тешләмә97.
- Тыума тыуыр, тауға шыуыр.
- Тауға менә таяҡһыҙ,
Тауҙан төшә аяҡһыҙ.
- Ялан ерҙә яу ҡамсыһы.
- Ялан ерҙә утлы ҡайыш.
- Ялан ерҙә майлы ҡайыш.
- Үлән араһында оҙон ҡамыш.
- Шағанайҙың сыбыртҡыһы
Шартламай ҙа яндыра.
- Майлы ҡайышым юлымда,
Тота алмайым ҡулыма.
- Яҫы ерҙә яу ҡайышы.
- Ер өҫтөндә еҙ ҡамсы.
- Урмандан сығыр,
Түше менән шыуыр.
- Яҙ етһә — терелә,
Көҙ етһә — үлә.
- Юл буйында майлы ҡамсы.
- һыуҙа йөҙә,
Ерҙә шыуа.
- Ҡойроғо осло,
Туҙ башлы.
- Оҙон эсәк,
Бер осо төйөнсәк.
- Сытыр-мытыр араһына
Ҡара ҡайыш ташланым.