- Башы — тауҙа,
Аяғы — диңгеҙҙә.
- Буйы ла бар, һыны ла бар,
Ҡосһаң, ҡуйында ҡалмай.
- Аяҡһыҙ булһа ла йүгерә, туҡтап тормай,
Уны белмәгән кеше тапҡыр булмай.
- Аты юҡ, тәртәһе юҡ,
Көн-төн саба, юлы ҡала.
- Йүгерә, йүгерә, һаман йүгерә,
Бараһы еренә етә алмай.
- Бормалы ла һуҙмалы,
Осона сыҡҡан булманы.
- Үҙе сабып бара,
Ҡойроғо күренмәй.
- Үҙе бар — күләгәһе юҡ.
- Ҡышын йоҡлай,
Яҙын дулай.
- Ҡыш буйы тик тора,
Яҙ еттеме — ҡотора.
- Оло юлдан күс килә,
Иртән килә, кис килә.
- Үр яратмай әйләнә,
Арты өҙөлмәй бәйләнә.
- Күк айғырым елә килә, саба килә,
Күк еләне елгә ҡарап һелкенә килә.
- Кеше ҡулы теймәгән,
Үҙе юл һалған.