- Өс йөҙ алтмыш биш сыйырсыҡ, ҡырҡ һигеҙ тубырсыҡ, ун ике аҡҡош, бер торна, шуны белмәй ултырма.
- Өс йөҙ алтмыш биш бала турғай, ҡырҡ һигеҙ инә турғай, ун икеһе аҡҡош, шуны белмәгән — йолҡош.
- Ун ике ыласын,ҡырҡ һигеҙ сәүкә,өс йөҙ алтмыш биш сыйырсыҡ бер йомортҡа һалдылар.
- Өс йөҙ алтмыш биш бала ҡаҙ, ҡырҡ һигеҙ инә ҡаҙ, ун икеһе өйрәк. Бында кем белгәк?
- Ун ике батыр егет өс йөҙ алтмыш биш өйрәк алып ҡайттылар.
- Ҙур тирәк,
Ун ике ботаҡ,
Ботаҡ һайын дүрт тармаҡ,
Тармаҡ һайын ете япраҡ,
Япраҡтың бер яғы ҡара,
Бер яғы аҡ,
Уйлап тап та менеп ят.
- Яҙ ҙа килә арғымаҡ,
Көҙ ҙә килә арғымаҡ,
Ун ике япраҡ аҫтында
Юшап йөрөй арғымаҡ.
- Бер тирәк,
Ун ике ботаҡ,
Һәр ботаҡта дүрт һабаҡ,
Һәр һабаҡта ете япраҡ.
- Бер имән үҫә:
Ун ике сатлы,
Ҡырҡ һигеҙ ботаҡлы,
Һәр ботағында етешәр япраҡ бар.
- Бер өйәңкелә ун ике ботаҡ,
Ботаҡ һайын утыҙ япраҡ,
Һәр япраҡтың бер яғы ҡара,
Бер яғы аҡ.
- Өйәңке, өйәңке,
Ботаҡ һаны — ун ике.
Һәр ботаҡтың дүрт тармағы,
Һәр тармаҡтың ете япрағы,
Ҡара булыр бер яғы,
Аҡ булыр бер яғы.
- Бер баҡса,
Баҡсала ун ике түтәл,
Түтәл һайын утыҙ үҫемлек,
Үҫемлектә дүрт емеш,
Бер емештә ете бүлек,
Бүлек һайын егерме дүрт орлоҡ.
- Бер күркә,
Ун ике аҡҡош,
Илле ике инә ҡаҙ,
Өс йөҙ алтмыш биш бала ҡаҙ.
- Ун ике аҡҡош осоп бара,
Бүлкә-бүлкә төшөп бара;
Һәр бер бүлкәлә өсәр ҡош,
Һәр бер ҡошта дүртәр ҡанат,
Һәр бер ҡанатта ете ҡауырһын,
Һәр бер ҡауырһында егерме дүрт мамыҡ.
- Ун ике йондоҙға бер ай.
- Өс йөҙ алтмыш биш турғай,
Ҡырҡ һигеҙ һайыҫҡан,
Ун ике торна, бер аҡҡош.
Белә алһаң, һин тутыйғош,
Белә алмаһаң, һин байғош.
- Тирмә, тирмә,
Тирмә башы кирмәгә,
Эсе ун ике кирәгә.
- Донъяла бар бер ағас,
Өс йөҙ алтмыш биш япрағы,
Япрағының бер яғы аҡ,
Бер яғы ҡара,
Ни булыр шул? Йә, әйтеп ҡара!
- Бер ағас,
Был ағаста ун ике ботаҡ,
Һәр ботаҡта утыҙ япраҡ,
Һәр япраҡтың бер яғы ҡара,
Бер яғы аҡ.
- Бер төп борсаҡ,
Ун ике ҡуҙаҡ,
Шулар эсендә
Өс йөҙ алтмыш биш борсаҡ.
- Ун ике сыйырсыҡ,
Илле ике тубырсыҡ.