Йыл эсендә айҙар (йомаҡтар)

- Ун ике аҡҡош ҡыуыша,
Берен-бере уҙа алмай.
- Ун ике аҡҡош, бер торна,
Шуны белмәй ултырма.
- Ун ике ботаҡ аҡ тирәк.
- Ун ике туған,
Теҙелешеп торған.
- Бар ун ике батыр,
Береһе артынан икенсеһе йөрөп ятыр,
Йөрөр, йөрөр ҙә,
Тағы әйләнеп, урынына ҡайтыр.
- Аҡ тирмә,
Күк тирмә,
Ун ике индем,
Бер сыҡтым.