Йырҙарҙа — халыҡ тарихы

Тыуған яҡты өйрәнеү» рубрикаһынан
Автор: М. Ф. Абдуллина Өфө ҡалаһының 123-сө лицейы уҡытыусыһы
НӘШЕР.: 2015. СЫҒАНАҠ: «Йырҙарҙа — халыҡ тарихы» (Башҡорт халыҡ риүәйәте «Сыңрау торна»ны сәхнәләштереү). «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы, 2015 йыл, 7-се һаны, 62-65 бб.  

1

Башҡорт халыҡ риүәйәте «Сыңрау торна»ны сәхнәләштереү

Ҡатнашалар:

  • Азамат батыр (бала һәм егет сағы)
  • атаһы Буранбай
  • әсәһе Аҡбикә
  • Нәркәс — Азаматтың апаһы
  • Алтынсура — Азаматтың дуҫы
  • аҡһаҡал
  • торна-ҡыҙ
  • башҡа торналар
  • күмәк сәхнәлә ҡатнашыусы егет-ҡыҙҙар
  • балалар

Йыһазландырыу: — Милли кейем, ҡурай, ҡумыҙ, уҡ-һаҙаҡ, ҡылыс, милли аш-һыу өлгөләре; — кинокадрҙар: Фәйзи Ғәскәровисемендәге Башҡорт дәүләт бейеү ансамбленең «Шишмә» бейеүе; — «Кинйә» нәфис фильмынан яу күренештәре; — экранда ҙурайтылған һүрәттәр.

Музыкаль биҙәү: — Башҡорт халыҡ йырҙары: — «Азамат», «Урал», — «Еҙ үксә» көйө — бейеү таҡмаҡтары

I күренеш

Ҡурайҙа «Сыңрау торна» көйө яңғырай. Экранда егет атта сабып уҙа.

1-се алып барыусы(хисләнеп). Борон Урал аръяғында бик данлыҡлы, көслө батыр йәшәгән. Барыр ергә минутында алып барып еткергән күк толпары ла булған. Тирә—йүндә унан да зирәгерәк, аҡыллыраҡ кеше табылмаған. Тыуған иле өсөн йәнен ҡорбан итергә әҙер торған, иленә килгән яуҙы аяуһыҙ ҡырған, үҙ халҡын, ер—һыуын дошманға һис бирмәгән, ти ул.

Артҡы планда ҡылыс алышы һүрәтләнә. Бер аҙҙан дошман ҡурҡып ҡаса. Буранбай ташҡа баҫып «Азамат» көйөн ҡурайҙа һыҙҙыра. Экранда — шат ата-әсә йылмая, ҡыҙҙары Нәркәс, күбәләктәй талпынып, ҡулдарын сәпәкәйләй

II күренеш

2-се алып барыусы Был батыр өйләнеп, байтаҡ ғүмер йәшәгәс, бик көттөрөп, уларҙың улдары тыуа.

Кендек инәй (ҡулында йүргәккә төрөлгән бәпес): Сөб(е)хан-алла, Сөб(е)хан-алла! Бөгөн беҙҙә ҙур байрам, имен-аман бәпес тыуҙы, аллаға шөкөр!

Уңын бир! Ағзаң теүәл булһын!
Йүнен бир! Аҡылың теүәл булһын!
Йүнен бир! Изге бала булһын!
Батыр ҡусты булһын!
Балаһы бар — маҙаһы бар,
Бер уҫлаптай улы бар.
Йылтыр-йылтыр күҙе бар,
Әҙәм төҫлө йөҙө бар.

— Нәркәс ҡыҙым, кил әле, бәпестең аяғына ҡара әле. (Нәркәс, йүгереп килеп, ҡустыһының аяғын ҡарай) . Ә хәҙер йөҙөнә ҡара. Был һинең ҡустың, исеме Азамат булыр. (Нәркәс ҡустыһының уң ҡулына ҡыҙыл сепрәк бәйләй, атаһы улының маңлайына ҡором һөртә.)

Барыһы бергә:

Тфү, тфү күҙенә,
Күҙ теймәһен үҙенә.

III күренеш

Экранда бәпестең дүрт тағанлап атларға өйрәнгән, сыбыҡ ат өҫтөндә сапҡан мәлдәре күрһәтелә

3-сө алып барыусы Балаҡай ай үҫәһен көн үҫә, йыл үҫәһен ай үҫә. Көрәш майҙанында 15-16 йәшлек Азамат дуҫы Алтынсура менән көс һынаша. Ситтән хуплау тауыштары ишетелә. — Бына ул еңеүсе! Азамат, ғорурланып, таҫтамал тотҡан уң ҡулын күтәрә.)

Аҡһаҡалдар (бер тауыштан) Афарин! Атаһынан да уҙҙыра был егет!

Экранда йәмле тәбиғәт ҡосағында егет ҡурайҙа уйнай

1-се алып барыусы. Егет ҡорона еткәндә ул, ысынлап та, атаһына ла ҡарағанда көслөрәк, мәргәнерәк була. «Атанан күргән — уҡ юнған», тигәндәй, уның шәп ҡурайсы булараҡ та даны тарала.

IV күренеш

Экранда яҙғы сауҡалыҡ, елгә сайҡалған ҡайындар араһында ҡоштар һайрай

2-се алып барыусы Һау сағымда башлы-күҙле итеп ҡалайым, тип, атаһы улын кәләш алырға димләй. «Күк толпарҙан тыуған күк дүнәнде бирәм үҙеңә», — ти.

Йәйҙең матур бер көнөндә Азамат дуҫы Алтынсура менән күрше ауылға киске уйынға килә. Аттарын туғайға үлән утларға ебәрәләр.

Экранда «Шишмә буйында» бейеүе күрһәтелә

V күренеш

Аҡланда уйын-көлкө, йыр-бейеү ойошторолған

Алтынсура Таныш булығыҙ! Был Урал армыттарындағы Таулыҡай ауылы егете Азамат батыр булыр.

Азамат Хәйерле кис, тиҫтерҙәрем!

Ауыл йәштәре ҡурай көйөнә таҡмаҡ әйтә

 Уйын уйнау — ҡор түгел,
Йәш-елкенсәк йолаһы.
Ситтән килгән был егет —
Йыраҡ илдең мырҙаһы.
Ил аралар ир килгәс,
Уйнап-көлмәй китерме?
Уйлап килгән дәрттәрен
Сәсмәй, бойоҡ итерме?

Азамат итәғәтле йылмайып баш эйә һәм күптән инде оҡшатып йөрөгән ҡыҙын, Заһиҙәне, ҡулындағы ҡулъяулығынан тотоп, бейергә саҡыра. Һылыу Заһиҙә менән «Еҙ үксә» көйөнә уртаға сығып бейейҙәр

 — Ил аралап килгәнһең,
Ат тирләтеп елгәнһең.
Алыҫ ерҙәге һылыуҙы
Әллә төштә күргәнһең?
— Таҡыя баш ҡурайҙар
Урманда үҫә икән,
Был икәү ҙә ҡурайҙың
Көйөнә баҫа икән.
Батыр тыумаҫ ер булмаҫ,
Ыласын тотмаҫ ир булмаҫ.
Мәргән булып дан алһа,
Ҡыҙ арбамаҫ ир булмаҫ.
Әйҙә ҡушлап бейегеҙ,
Күргән кеше таң ҡалһын.
Был икәүҙең күңелдәре
Һөйөшә икән, тиһен.

VI күренеш

Азамат менән Заһиҙә ҡулға-ҡул тотоношоп баҫып торалар ҙа бер аҙҙан теләр—теләмәҫ кенә айырылып китәләр. «Каруанһарай» төркөмө башҡарыуында «Сыңрау торна» моңо яңғырай

1-се алып барыусы

Таң менән аты эргәһенә яҡынлашҡан Азамат ғәжәп моңло тауыш ишетеп туҡтап ҡала. Ул, сихри моңға хозурланып тора торғас, түҙемлеге бөтөп, йүгерә—атлай моң килгән яҡҡа ашҡына. Серле моң сығанағына яҡынлашҡас, егет ҡыуаҡ аҫтына боҫа.

2-се алып барыусы

Аҡлан уртаһында күк торна моңло тауыш сығарып сыңрай, бер төркөм торна йырға ҡушылып, ҡанаттарын ҡаға-ҡаға, уның тирәләй әйләнә.

VII күренеш

3-сө алып барыусы

Азамат сихри моңдо отоп алғансы оҙаҡ ҡына тыңлап тора, шунан, көй онотолоп ҡуйғансы тип, уҡтай тыуған ауылына атыла. Ҡайтып еткәс, ҡурайын ҡудына алып, торналар сыңрауын хәтерләткән моңдо һуҙып ебәрә. Тауышҡа халыҡ йыйыла. Олоһо — йәше, бала — сағаһы моңдо хайран ҡалып тыңлай.)

Аҡһаҡал Бындай ғәжәп көйҙө ҡайҙан өйрәндең, әллә үҙең уйлап сығарҙыңмы?

Азамат Юҡ, олатай! Мин уны торналарҙан оттом... Шул мәл халыҡ гөж килә башлай.)

VIII күренеш

1-се алып барыусы Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Азамат атаһы янына килеп ишеткән—күргәнен түкмәй—сәсмәй һөйләп бирә.

Буранбай Дөрөҫ әйтәләр, улым, шундай һынамыш бар: сыңрау торна уйнаған ерҙә илгә ҡаза килер, тигән боронғолар. Изге торналар беҙҙе иҫкәртә, дошман һөжүменә әҙер будырға өндәй. Ундай хәл иткес яуҙарҙы атайың да күп күрҙе. (Йөрәген тота). Хәҙер мин ҡартайҙым, көсөм дә ҡайтты, ҡоралдарымды һиңә тапшырам, улым. Уҡ—йәйәһен, ҡылыс—хәнйәрен улына тоттора.

— Батыр бул! (Улының яурындарынан ҡаға) Тоҡомобоҙға тап төшөрмә! Илгә килгән дошманды аяуһыҙ ҡыр! Илеңә, ырыуыңа тоғро бул! Шунда ғына бәхетле булырһың! Ир бәхете — илдең азат йәшәүендә ул! Васыят был...Хәҙер үк иң ышаныслы кешеләрҙән ғәскәр тупла! Бәләкәй бетеү—төйөнсөккә тыуған ер тупрағын һалып, улына бирә.

Башҡорт халыҡ йыры «Урал» яңғырай

IX күренеш

Экранда — «Кинйә» нәфис фильмынан яу күренештәре

2-се алып барыусы Йәш батыр, тирә—яҡҡа оран һалып, ғәскәр туплай, ил менән яуға әҙерләнә. Ысынлап та, күп тә үтмәй, илде яу баҫа. Азамат батыр уҡсы— яугирҙәре менән күҙ күреме ерҙән уҡ атып, һөңгө сөйөп, дошмандарҙы аяуһыҙ ҡыра.

X күренеш

3-сө алып барыусы Яу баҫылғас, ырыу бер нисә көн буйы байрам итә. «Азамат батыр — ил батыры», тип данлайҙар.

Шул ваҡыттан алып торналар тауышына оҡшаған моңдо «Сыңрау торна» көйө тип йөрөтәләр. Ә алыш барған ергә Яугүл тип исем бирәләр. Уның икенсе атамаһы — Ҡолтабан. Ул Баймаҡ районында, Сибайҙан 10—15 саҡрым көньяҡта ята.

Экранда — Рәми Ғарипов портреты (1932—1977)

1-се алып барыусы — Башҡортостандың халыҡ шағиры, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәми Ғарипов, «Сыңрау торна» көйөнә тетрәндергес һүҙҙәр ижад итеп, халҡыбыҙ моңона быуаттарҙан—быуаттарға етерлек мәңгелек ғүмер юраны.


Йомғаҡлау

Ата—бабаларыбыҙҙың тарихи хәтерен мәңгеләштереүҙә йырҙарҙың әһәмиәте әйтеп бөткөһөҙ. Уйлап ҡараһаң, күпселек йырҙарҙың тәбиғәте образлы рәүештә тарих һөйләүгә, мәғлүмәт биреүгә «көйләнгән». Шуға ла бындай йырҙарҙы «йыр-риүәйәт», «йыр-легенда» тип атарға була. Ғәҙәттә, йыр-риүәйәттәрҙең, йыр-легендаларҙың хикәйәләү өлөшө йырсы йә ҡурайсы тарафынан йыр йырланыр алдынан йә аҙағынан һөйләнелә. Һирәкләп йыр куплеттары араһында хикәйәләүгә күсеп китеү осраҡтары ла булғылай.

Сыңрау торналарҙың ҡурғыусы ҡош булып иҫәпләнеүе, шунлыҡтан башҡорттарҙың уларға табыныуы хаҡындағы мәғлүмәттәр, мәҫәлән, X быуаттың башына ҡараған Ибн— Фаҙлан яҙмалары буйынса ла билдәле: «Торналар — беҙҙең Раббыбыҙ: улар беҙҙең дошмандарыбыҙҙы ҡасырға мәжбүр итте, — тиҙәр башҡорттар, — шуға ла улар торналарға табына.» Ә табыныу ҡошон үлтереү ҡәтғи рәүештә тыйыла.

Теләү ырыуы башҡорттарының элек туй, мәжлестәр барышында «торна» бейетеү йолаһы шулай уҡ был ҡошто ырыу үрсетеүсе, кешеләргә ырыҫ килтереүсе йән эйәһе итеп ҡарауҙарына бәйле. Ҡош ҡиәфәтенә инеү таяҡҡа беркетелгән ағас торна башы һәм эсен тышҡа әйләндереп бейеүсенең иңенә һалынған аҡ толоп йәки тун ярҙамында атҡарылған.

Ғөмүмән, тәбиғәт менән кеше берҙәмлегенең бөйөк фәлсәфәүи мәғәнәһен һәр быуын кешеләренә иҫкәртеп тороуҙа уларға тиң тағы нимә бар?! Ҡалып:Drama-off

Сығанаҡ: М. Ф. Абдуллина (Өфө ҡалаһының 123-сө лицейы уҡытыусыһы). «Йырҙарҙа — халыҡ тарихы» (Башҡорт халыҡ риүәйәте «Сыңрау торна»ны сәхнәләштереү). «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы, 2015 йыл, 7-се һаны, 62-65 бб.