Йыуаса
Йыуаса — башҡорт милли аш-һыуы, төрки халыҡтарҙа һәм монголдарҙа таралған.
Һөткә һәм йомортҡаға баҫылған сөсө йә сдобанан (сүпрә нигеҙендә, май, һөт, йомортҡа һ. б. тәмләткестәр ҡушып эшләнгән ҡамыр) әҙерләнә.
Ҡамыр 1 йә 1,5 мм ҡалынлығында йәйелә, яҡтары 5 сантиметрға яҡын булған ромбиктарға киҫелә. Икенсе варианты — ҡамырҙы түңәрәк формаһында йәйәләр һәм 5 см оҙонлоғондағы киҫәктәргә бүләләр.
Иретелгән йә эс майында бешерелә. Сәйгә тәрилкәләрҙә йә вазала бирелә, шулай уҡ һаҡлыҡҡа ла әҙерләнә.
Ингредиенттары
үҙгәртергә- он
- йомортҡа
- шәкәр
- аҡ май
- тоҙ.
Йолаһы
үҙгәртергәЙыуаса туй һәм байрам һыйы булараҡ бешерелә, Ҡорбан, Ураҙа һәм башҡа мосолман байрамдарында балаларға таратыла.
Башҡортостанда «Йыуаса» туй ризығы булараҡ таралған.