Йүкә, йүкә һыҙырыу (йомаҡтар)
1.Урманда ҡуян һуйҙым,
Өйгә һөйәген алып ҡайттым.
2.Йәшем еткәс тә йәш ҡоям.
3.Йәшем еткәс тә кейемем һалам.
4.Йәшем йәш кенә,
Сәскәм аш ҡына.
5.Урманда — ҡара,
Юлда — ҡашҡа,
Өйгә ҡайтһа — ағара.
6.Тун кейеп керә, тунын һалып сыға.
7.Саптым — алдым,
Ҡырҡтым — алдым,
Сисендереп, һыуға һалдым.