Йүрмә — ит ашы.

Ингредиенттар

үҙгәртергә
  • Ҡош тәпәйе, эсәге
  • Тоҙ
  • Һеркә
  • Гәрсис

Бешереү ысулы

үҙгәртергә

Ҡош (ҡаҙ, өйрәк, күркә, тауыҡ) тәпәйенә эсәген урап әҙерләнгән ризыҡ. Ҡош тәпәйен утта тотоп йәки эҫе һыуҙа бешекләп, бер ҡат тиреһен, тырнаҡтарын һыҙырып төшөрәләр. Эсәктәрен айыралар, аҙаҡ үткер бысаҡ менән буйға ярып сығалар. Һәйбәтләп йыуғандан һуң, тәүҙә тоҙ иретмәһендә 4-6 сәғәт, шунан 30 минут 3 процентлы һеркә (уксус) иретмәһендә, аҙаҡ гәрсис иретмәһендә (бер литр йылы һыуға бер балғалаҡ порошок иҫәбенән) тоталар. Унан һуң, таҙа һыуҙа йыуып алалар ҙа, тәпәйенә урайҙар. Һурпала 30-45 минут тирәһе бешерелә.

Йүрмә - милли аҙығыбыҙ

үҙгәртергә

...“Күптән түгел Ҡаҙағстанда булғайным. “Йүрмә – башлыса башҡорттарҙың яратып әҙерләгән аҙығы”, – тип һөйләгәндәрен ишетеп, хайран ҡалдым. Үҙебеҙгә ҡайтҡас, ошо үҙенсәлекле ризыҡ һәм уны әҙерләү хаҡында мәғлүмәт туплай башланым. Ярымкүсмә тормош менән йәшәгән башҡорттар өсөн был аҙыҡ бик ҡулай булған, күрәһең. Һыйыр йәки һарыҡ эсәктәрен сәс кеүек итеп үргәндәр ҙә, ҡаҙанда ҡурып, үҙҙәре менән юлға алғандар. Оҙон юлда ла йүрмә боҙолмаған һәм туҡлыҡлы булыуы менән юлсыны асығыуҙан ҡотҡарған. Иң ҡәҙерле ҡунаҡҡа, юлаусыға ла хужалар тәүләп йүрмә тәҡдим итер булған. “Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә” тигән мәҡәл ошонан килеп сыҡҡан да инде. Йөрөгән өмәсегә мотлаҡ йүрмә эләгә тигән мәғәнәне лә аңлата ул. Быуаттан-быуатҡа күсә килә йүрмәне әҙерләү ысулы ла яйлап үҙгәрә, төрлөләнә барған. Йәғни заманса төҫ алған”, – ти Рәзилә Фәтих ҡыҙы Ҡотлогилдина, уны бешереүҙең яңы ысулы хаҡында ла тәфсирләп һөйләп...

Эсәктән йүрмә

үҙгәртергә

Һарыҡтың 500 грамм ас һәм 300 грамм туҡ эсәге, 50–100 грамм туң май, 100–200 грамм кесерткән япрағы алына. Яҡшылап йыуылған эсәкте бүрттереп алғас, сөм һауытҡа һөҙөп, ипләп кенә сәс ишеләй үрәбеҙ. Табала йәки ҡаҙанда туң май иретеп, үрелгән эсәк­тәрҙе ваҡланған кесерткән ҡушып ҡу­рабыҙ. Ул ҡурҙаҡ кеүек әҙерләнә. Ара­һына туралған һуған һалып ебәрергә лә мөмкин. Ике яғын да тигеҙләп ҡур­ғас, яҫы тәрилкәгә йәки батмусҡа тө­шөрөп, өҫтөн яңы өҙөп алынған кесерткән япраҡтары менән биҙәйбеҙ. ("Башҡортостан ҡыҙы", №11, 2011 й.).