- Өй түбәмдә саңғы юлы.
- Өй түбәмдә аллы-гөллө ебәк билбау.
- Һыу өҫтөндә төҫлө көйәнтә.
- Таҫмалана, дуғалана аллы-гөллө йәшел суҡ.
- Урман аша төрлө таяҡ ташланым.
- Аллы-гөллө яулығымды ситән аша ырғыттым.
- Әй әлем суҡ, әлем суҡ, аллы-гөллө йәшел суҡ, өй түбәмә элгән суҡ.
- Өйөм түбә ашаһынан ала арҡан ташланым.
- Аллы-гөллө көйәнтәмде йылға арҡылы ташланым.
- Ағиҙел аша алтын дуға ырғыттым.
- Һыр, һыр, һыры бар, һырлап торған нуры бар.
- Һыр-һыр һыры бар, ете төрлө нуры бар, ете ҡат күккә юлы бар.
- Урман аша алтын дуға ташланым.
- Ул ниндәй күпер? Үҙе матур, үҙе таҡыр — бер кем сыға алмай.
- Ҡыҙыл икән, ал икән, йәшел икән, һар(ы) икән, кеше йөрөмәҫ, атлы үтмәҫ — шундай күпер бар икән.
- Күк диңгеҙгә күпер һалдым, сыға алмай тороп ҡалдым.
- Аҡһыл, һары, йәшел таҫма — биҙәлгән гүзәл дуға.
- Бөгөн күреп, шул дуғаны хайран ҡалдым шуға.
- Эленгән ере бейек, дуғаға булмай тейеп.