Йәнгәрәй тауы—Башҡортостан Респубдикаһы Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы топонимикаһынан 53°16′06″ с. ш. 57°03′36″ в. д. (G)

Йәнгәрәй тауы тураһында риүәйәттәр


Йәнгәрәй тауы (1-се вариант)


Борон заманда беҙҙең ауылда Йәнгәрәй исемле бик көслө, ҡурҡыу белмәҫ батыр йәшәгән. Шул батыр бер көндө, уҡ-ян менән ҡоралланып, һунарға сығып киткән. Оло Нөгөш буйындағы тау буйлап бик оҙаҡ йөрөгән. Шулай йөрөй торғас, бер айыуға тап булған.

Был айыу ҡая ситенә ултырып алған да тау түбәненә таш тәгәрәтә, ти. Үҙе таштарҙың даңғыр-доңғор тәгәрәгәнен ҡолаҡ һалып тыңлап ултыра икән. Бына айыу сираттағы ташты тау ситенә килтереп һалған да тәгәрәтеп ебәргән. Үҙе тыңлап торғанда ғына, Йәнгәрәй, ҙур таш алып, айыуҙың башына тондорған. Айыу тау түбәненә тәгәрәп төшөп киткән. Йәнгәрәй ҙә, яҙа баҫып, тауҙан осҡан. Бер заман иң алдан даңғыр-доңғор килеп таш төшөп бара, ти, уның артынан айыу, шунан - Йәнгәрәй.

Иртәгеһен кешеләр килеп тапҡанда, Йәнгәрәй хәл өҫтөндә ятҡан була. ул үҙенән бер аҙ ситтәрәк ятҡан айыуға төртөп күрһәткәс, эштең ниҙә икәнен аңлағандар. Шунан башлап был тау Йәнгәрәй исеме менән йөрөй башлаған.

Бөрйән районы Ғәлиәкбәр урта мәктәбе уҡыусыһы Аҫылғужина Алһыу Шәрәфетдин ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә өләсәһенән яҙып алды һәм “Аманат” (1997 й.) баҫтырып сығарҙы

Йәнгәрәй тауы (2-се вариант)

 
Элек Йәнгәрәй исемле бер һунарсы ҡарт йәшәгән. Ул тауға менеп ҡараһа, мәмерйә эсендә айыуҙар ята, ти. Йәнгәрәй, һөңгө менән ҡоралланып, тауға менгән дә мәмерйә эсенә таш бәргән. Айыуҙар берәмләп сыға торған, ҡарттың ҙур ташҡа терәп ҡуйылған һөңгөһөнә сәнселеп, аҫҡа осоп төшә торғандар.

Һунарсы, айыуҙар сығып бөттө, тип уйлап, ял итергә булған. Шул саҡ иң аҙаҡтан иң ҙурыһы килеп сыҡҡан да ҡартҡа йәбешкән. Хәнйәрен алып өлгөрмәгән ҡарт һунарсы, айыу менән алыша-алыша, тау аҫтына тәгәрәгән. Улар шунда уҡ йән биргәндәр.

Йәнгәрәй ҡарт үлгәс, уның исеме ошо ҙур тауға бирелгән. Тауҙың башында шул уҡ исемле ҙур ғына күле лә бар. Әминев Әмир Рәхимйән улы олатаһы Күлбаев Әхмәт Мөхәмәт улынан (1930 й.) 2005 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә яҙып алды

Йәнгәрәй тауы (3-сө вариант)

Элек Ғәлиәкбәр ауылында Йәнгәрәй тигән бик оҫта һунарсы йәшәгән. Ул бигерәк тә айыуға һунарға йөрөргә яратҡан. Был кеше көслө булған. Үҙ ғүмерендә 70 айыу алған.

Ауылдан 10 саҡрым алыҫлыҡта Мулла туғайы тигән сабынлыҡтың ҡаршыһында бик бейек ҡая бар. Ҡаяла мәмерйә бар. Йәнгәрәй алдына шул мәмерйәнән бик ҙур айыу килеп сыҡҡан.

Һунарсы һыҙмаһынан атып ебәргән. Айыу яраланып, бик ярһып уға ташланған. Улар икәүләшеп тау аҫтына тәгәрәгәндәр. Ауыл кешеләре уларҙы табып алғандар.Был Йәнгәрәйҙең һуңғы 70-се айыуы булған. Йәнгәрәй исеме ошонан тауға бирелгән.


1998 йылда уҡыусылар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә яҙып килтерҙе