Йәшелсә орлоҡтарын ниндәй һауытҡа сәсергә?

Йәшелсә орлоҡтарын ниндәй һауытҡа сәсергә?

  • ПВХ йәки полистиролдан: әлеге конструкцияның ҡапҡасы бар. Шуның менән ул бәләкәс кенә парник булып тора. Үҫентене тамырына зыян килтермәйсә генә алырға була. Уңайһыҙ яғы – хаҡы ҡыйбатыраҡ.
  • Торфлы сүлмәктәр: үҫентене грунтҡа сүлмәге менән бергә ултыртырға мөмкин. Тәбиғи материал ерҙә серей һәм үҫентегә ҡамасауламай. Әммә ултыртыр алдынан төбөн һәм стеналарын бер аҙ айырып ҡуйығыҙ. Составында ҡатырға ла булғас, оҙаҡ серейәсәк. Шуныһы ла бар: ҡоро булғанда, грунт ҡатып китә, артыҡ дымлы булһа, бәшмәктәр барлыҡҡа килә.
  • Орлоҡтарҙы ҡағыҙға төрөп сәсергә лә мөмкин. Оҙон һәм тар ҡағыҙға 1 см ҡалынлыҡта грунт һалып, өҫтөнә орлоҡ һибәләр һәм төрөп баралар. Был ысулдың мәшәҡәте күберәк.
  • Пластик шешәләр, полиэтилен стакандар – иң арзан вариант. Тик уларҙа грунт тиҙ кибә.

Һылтанмалар

үҙгәртергә