Йәшен (йомаҡтар)
- Ем-ем итә,
Емелдәп китә. - Боҙ өҫтөндә болан уйнай,
Ҡойроғонда йылан уйнай. - Өй башында ялт та йолт.
- Тәңәүелдә тәңре ҡамсыһы.
- Йылтыр, йылтыр, йылт итә,
Йылтырбикә йөн тетә. - Өнө бар — үҙе юҡ,
Төҙәп атырға күҙе юҡ. - Ялт-йолт итте,
Йылғаға төшөп китте. - Ялт-йолт итте,
Тамырланып та китте. - Ялт-йолт итә,
Ете саҡрым ер китә. - Ялт-йолт итер —
тейгән ерен юҡ итер. - Бер күренер — юғалыр,
Тейгән ерен ут алыр. - Уҡ атылды —
Борсағы сәселде. - Өй түбәмдә сатлы ҡамсы.
- Өй түбәмдә сатлы-сотло тимерсыбыҡ.