- Бауын ташлай,
Баҡыра башлай,
Саҡыра башлай,
Аҙ-маҙ ашай,
Күп йоҡлай.
- Уйнамай-көлмәй,
Һүҙен әйтә белмәй,
Уны аңлаған кеше булмай.
- Тәнем дә ул,
Йәнем дә ул,
Һикертә лә ул,
Йүгертә лә ул.
- Ҡунаҡ килде, сығып алығыҙ:
Аяғы бар — йөрөмәй,
Күтәрмәйенсә өйгә инмәй.
- Көйҙөрә, һөйҙөрә,
Батшаны баш эйҙерә.