Йөҙөмлө ҡабартма
Йөҙөмлө ҡабартма — сәй табынында бала-саға бик яратып ашай торған ризыҡ. Һәр өйҙә булған ябай ғына ризыҡтар ярҙамында тиҙ генә әҙерләнә.
Ингредиенттары
үҙгәртергә- 350 грамм самаһы йылы һөт
- 3-4 йомортҡа
- ярты сәй ҡалағы ҡоро сүпрә
- 3-4 аш ҡалағы шәкәр ҡомо
- 1-2 аш ҡалағы ҡаймаҡ
- 1 стакан самаһы йыуып йомшартылған йөҙөм
- 1-2 аш ҡалағы үҫемлек майы
- Самалап он алына
Әҙерләү
үҙгәртергәИң тәүҙә сүпрәне сирек стакан йылы һыуҙа иҙеп, ҡабартып алырға.
Аҙаҡ бөтә ингредиенттарҙы бергә ҡушып, әллә ни ҡаты булмаған ҡамыр баҫырға.
Әҙер ҡамырҙы йылы урынға ултыртып ҡабартырға ҡуйырға.
Ҡалҡып сыҡҡан ҡамырҙы тағы ла ике тапҡыр яңынан баҫып, кире ҡабартырға ҡуйырға.
Матур булып ҡалҡҡан ҡамырҙы 1 см самаһы ҡалынлығында булырлыҡ итеп өҫтәлгә йәйергә, йәйгәс, тағы ла бер аҙ ҡалҡҡанын көтөргә.
Аҙаҡ форма ярҙамында төрлө фигуралар (түңәрәктәр, йондоҙсоҡтар) киҫеп алып, ҡайнап торған үҫемлек майында бешереп алырға.
Бешкән ҡабартмаларҙы ҡағыҙ таҫтамалға һалып, артыҡ майын һарҡытҡас, тәрилкәләргә матур итеп теҙеп, еләк-емеш ҡайнатмаһы менән табынға бирергә. Өҫтөнә шәкәр пудраһы һибергә мөмкин.