Картуфтан кәтлит
Картуфтан кәтлит (драники)
Составы
үҙгәртергә- 6 бөртөк картуф
- 1 йомортҡа
- 2 аш ҡалаҡ ҡаймаҡ
- 2-3 аш ҡалаҡ он
- 1 теш һарымһаҡ
- үҫемлек майы
- тоҙ
- борос (мөмкин)
Әҙерләү
үҙгәртергәКаруфтарҙы әрсеп, ваҡ ҡырғыстан үткәрергә. Һыуын айырып алырға. Картуфҡа ҡаймаҡ һәм йомортҡа ҡушып болғата биреп, он, тоҙ, борос ҡушып тағы ла болғатырға.
Аҙаҡ иҙелгән һарымһаҡты ҡушып, ҡамыр болғатырға. Ҡамыр ҡоймаҡ ҡатнашмаһы рәүешендә булырға тейеш. Табала үҫемлек майы ҡыҙғас, ҡамырҙы ҡоймаҡ рәүешендә табаға һалып ике яҡтан ҡыҙҙырырға (алтынһыу төҫөнә ингәнсе). Өҫтәлгә йылы көйөнсә бирергә, ситенә ҡаймаҡ һалырға була.