Ингредиенттар

үҙгәртергә
  • 10 эре картуф
  • 250 гр һары май
  • 8-9 йомортҡа
  • 3-4 аш ҡалағы шәкәр ҡомо
  • 0,5 сәй ҡалағы сода йә йомшартҡыс порошок

Картуфты һыуһыҙ бешереп алырға (духовкала һ.б). Ҡырғыс аша үткәрергә лә, иретелгән эҫе һары май ҡушып, йәһәт кенә, һыуытмайынса иҙергә кәрәк. Ошо ваҡытта икенсе берәү пюреға бәләкәй генә арауыҡ менән бер-бер артлы дүрт йомортҡаны туғып һалып тора. Пюрены бер туҡтауһыҙ болғап торорға кәрәк. Һуңынан дүрт йомортҡаның һарыһын шәкәр ҡомо менән туғып ҡушырға. Иң аҙаҡтан ҡаты күбеккә әйләнгәнсе туғылған йомортҡаның ағын ҡушырға. (Был эш процесында пюре һыуынырға тейеш түгел! Шуға күрә әҙерләүселәргә бик тилбер, сос булырға кәрәк.) Бөтә масса ҡуйы һәм ҡабарынҡы булғас, фольганан эшләнгән һауытҡа йә ҡалын табаға һалырға, духовкаға оҙатырға. Был бисквитты төрлө бәлештәр бешереү өсөн дә ҡулланырға мөмкин.