Картуф (йомаҡтар)
- Ер аҫтында еҙ бүкән.
- Ер аҫтында еҙ түңгәк.
- Аҫты туҡмаҡлы,
Өҫтө ботаҡлы. - Сәскәһе ағасында,
Алмаһы тамырында. - Башы елбәҙәк,
Төбө түңәрәк. - Берәү генә ер аҫтына күмелде,
Көҙ етеүгә балалары күренде. - Инәләре ултырып тора,
Балалары ҡуба тора. - Тупырлаған туп ҡына,
Аяҡ-ҡулы юҡ ҡына. - Төбө алмалы,
Башы салмалы. - Башы — тәтәй,
Төбөндә — унлап күкәй. - Башымды ла киҫәләр,
Билемде лә киҫәләр,
Бер туҡмаслыҡ он тапмайҙар,
Минең менән көн итәләр.