Каруанһарай/Халҡыбыҙҙың ҡомартҡылары

Башҡорт халҡының милли ҡомартҡыларының береһе булған Каруанһарай тураһында яҙып сығыуҙы һорап редакцияға байтаҡ хаттар килә. Ысынлап та, ил тормошо һәм культурабыҙ юлындаинде үҙенсәлекле бер һәйкәл булып ҡалған Каруанһарай тураһында төплөрәк белергә ынтылыу - айырата йәштәр өсөн - бик тә тәбиғи хәл. Түбәндә беҙ уҡыусыларыбыҙ иғтибарына Каруанһарай хаҡында "Урал" журналының быйылғы 4-се номерендә баҫылып сыҡҡан мәҡәләне тәҡдим итәбеҙ.

Каруанһарай - башҡорт халҡының милли ҡомартҡыһы
Брюллов Александр Павлович - Каруанһарайҙың архитекторы

Ырымбурҙағы Каруанһарай - көньяҡ Урал архитектура ҡомартҡылары араһында иң әһәмиәтлеһе. Уның проектын күренекле рус рәссамы Карл Брюлловтың туғаны, архитектура буйынса академик Александр Павлович Боюллов эшләгән. Каруанһарайҙы төҙөү 804 914 һумға төшә. Был аҡсаны башҡорттар үҙ теләге менән дә йыйғандар, башҡорт ерен һатыуҙан тупланған, башҡорттарға почта ташыу өсөн билдәләнгән аҡса ла тотонолған.

Каруанһарай ике ҡатлы йорттан, мәсеттән һәм манаранан тора. Төп йорттоң ишек алдында ҡап уртала эстә иркен егенә майҙан ҡалдырылған. Мәсеттең бейеклеге - 19, арҡырһы 12,6 метр, манара ла яҡынса 19 метр бейеклектә. Каруанһарай ансамбле - ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле ҡоролма. Йәйләүҙе хәтерләткән төп йорттоң уртаһындағы майҙанда мәсет урынлашҡан, зауыҡ менән матур итеп эшләнгән манара мәсеттән айырым төҙөлгән һәм көнсығыш ҡоролмаларына тартым. Каруанһарай башҡорт милли орнаменте менән бик бай биҙәлгән, ә төп йорт башняләренең сатыр ҡыйыҡтары башҡорт тирмәләренең сүстән тотолған түбәләренә оҡшаған.

Каруанһарай 1846 йылдың 30 апрелендә тантаналы рәүештә асыла. Ул башҡорттар һәм башҡа көнсығыш халыҡтар вәкилдәре өсөн ҡунаҡхана, туҡтау урыны тип иғлан ителә, ләкин күп тә үтмәй, уның уң яҡ башын губернатор биләп ала, һул яғында губернаторҙың канцелярияһы урынлаша.

1847 йылдың йәйендә һөргөнгә ебәрелгән шағир Т. Г. Шевченко Ырымбурға килә. Бөйөк украин шағире һуңынан былай тип яҙа: "Мин Һаҡмар аша сыҡҡанда, ҡояш яңы ғына байығайны. Иң тәүҙә мин мәсете һәм бейек манараһы булған ал төҫтәге мөһабәт йортто күрҙем...". Шағир килгәндән һуң, бер йыл үткәс, Каруанһарай госпиталгә әүерелдерелә, сөнки ҡалала холера эпидемияһы башлана. 12 мең халҡы булған Ырымбурҙа 1300 кеше үлә. Хөкөм ителеүселәр ауырыу кешеләрҙе ҡарау өсөн ҡалдырыла, ә ҡала властаре, врачтар, дин әһелдәре ҡасалар.

1852 йылда Каруанһарайҙы тирәләп бик һәйбәт баҡса ултырталар. Был баҡса Ырымбурҙа беренсе була, уның өсөн ағастарҙы Башҡортостандан килтерәләр, ә ағас ултыртыу эше менән крепостной баҡсасы Павел Лебедев етәкселек итә. Баҡсаға инеү (революцияға тиклем№ фәҡәт дворяндәргә, офицерҙәргә, губернатор яҡындарына ғына рөхсәт ителә.

1876 йылда бөйөк рус яҙыусыһы Л. Н. Толстой үҙенең Һамарҙағы имениеһы өсөн Ырымбурҙан аттар алырға килә. Ул каруанһарайҙа туҡтай.

Февраль революцияһынан һуң Каруанһарайҙа Ваҡытлы хөкүмәт яраны Архангельский һәм "Ватанды һәм революцияны ҡотҡарыу комитете" исемендәге контрреволюцтон ойошма урынлаша. Аҡ казактар атаманы Дутов, эсерҙар һәм меньшевиктар ҙа ошонда була.

1917 йылдың 17 (27) ноябрендә Каруанһарайҙа Совет һәм ҡаланың бөтә демократик ойошмаларының йыйылышы үткәрелә. Йыйылыш хәрби-революцион комитет һайлай. Уның председателе итеп Силәбе ҡалаһына килгән большевик С. М. Цвиллинг һайлана һәм тәүге ултырышта уҡ Ырымбурҙағы, Ырымбур губернаһындағы бөтә властең Советтәр ҡулына күсеүе тураһында приказ ҡабул ителә.

Ырымбурҙа аҡгвардеецтәрҙе ҡыуып сығарғас, 1918 йылдың 27 ғинуарында Совнарком председателе В. И. Ленин Каруанһарайҙы башҡорт хеҙмәтсән халҡына ҡайтарыу тураһында декрет проектына ҡул ҡуя. Унда башҡорттарҙан өлкә Совете менән Совет губерна идаралығы ла урынлаша.

Егерменсе йылдарҙың тәүге яртыһында бында Башҡорт педагогия техникумы, Ҡырғыҙ (Ҡаҙаҡ) автономия республикаһының хөкүмәт учреждениеләре һәм рус-ҡаҙаҡ типографияһы урынлаша.

1929 йылда А. В. Луначарский - беренсе мәғариф наркомы - Ырымбурға килгәндән һуң былай тип яҙа: "Каруанһарай бик тә ҡыҙыҡлы. Ул иҫ китмәле архитектура ҡомартҡыһы...".

1954 йылда урындағы педагогия институтының астрономия уҡытыусыһы А. П. Токмаков тәҡдиме менән элекке мәсеттә планетарий асыла.

Бынан ун йыл элек Каруанһарайҙа өлкә геология идаралығы урынлашты. Идаралыҡ Ырымбурҙың тирәүяғындағы ерҙәрҙе комплексле-геологик өйрәнеүҙәр менән шөғөлләнә һәм халыҡ хужалығы кәрәк-яраҡтары, халыҡ ихтыяжы өсөн ер аҫты һыуҙарын эҙләй.

1969 йылда Каруанһарайҙа тотош ремонт үткәрелә, манара тәү төҙөлгән саҡтағыға яҡын төҫ ала.

Үткән быуат төҙөлөш техникаһының уникаль әҫәре 190 бүлмәнән тора һәм хөкүмәт уны архитектура ҡомартҡылары иҫәбендә үҙ ҡармағына һаҡлауға алған.


Авторы - Ырымбур тыуған яҡты өйрәнеүсеһе, филология фәндәре кандидаты Б. Коростин. "Совет Башҡортостаны" гәзитендә 1970-се йылдарҙың баштарында тәржемә итеп баҫтырылған. Элекке грамматика ҡағиҙәләре буйынса бирелде.