Кейем (йомаҡтар)
- Өйгә ингәндә, тороп ҡала,
Тышҡа сыҡҡанда, тотоп ала. - Өйҙә саҡта сәйҙә,
Тышта саҡта буйҙа. - Әҙәмдең күрке, йәмғенән береһе.
- Бураһы туҙа, бағанаһы ҡала.
- Байҙың ишеге бер генә,
Ярлының ишеге мең. - Үңәсе бар,
Биле бар,
Кәүҙәһе бар,
Ҡулы бар — кеше түгел.