Кендек (йомаҡтар)
- Тигеҙ ерҙә тай эҙе.
- Ҡырҡып алған ҡыл арҡандың
Ҡырҡ йылдан һуң эҙе ҡалды. - Үҙ буйыңда уймаҡтай.
- Буйыңдағы уймаҡты
Эҙләһәң дә — тапмаҫһың. - Үҙәнеңдә, үҙ буйыңда,
Эҙләһәң дә табалмаҫһың. - Тәтәй инәй тотоп алды,
Төймәләй генә төйөн һалды.