- Өй ҡашында уҫал еңгә
Семтеп ала, өтөп ала.
- Яҡын барма,
Яҡын барһаң, ҡулыңа алма,
Ҡулыңа алһаң, бәлә һалма.
- Япрағы, һабағы бар,
Ҡамсы түгел — һыҙҙыра.
Һыҙҙырғанда ут кеүек,
Бөтә тәнде ҡыҙҙыра.
- Йәшел айғыр кешнәп ала,
Барып тотһаң, тешләп ала.
- Ут түгел — тәнде яндыра.
- Өй артында йәшел ут,
- Үҙе үлән, үҙе мут.
- Күмер түгел, ут түгел,
Тотһаң — ҡулды бешерә.
- Аяҡ тыҡһаң — аяҡҡа хас,
Ҡулың тыҡһаң — ҡулыңа хас.
- Үҫә ҡойма буйында,
Гел сағыуҙыр уйында.
Уты ла юҡ — яндыра,
Ҡорт саҡҡан эҙ ҡалдыра*.
- Һин ҡул һуҙһаң,
Ул һиңә ут бирә.
- Миңә кемдер ҡул һуҙһа,
Бешерәм мин ҡуҙһыҙ ҙа.