Киндер, тарма (йомаҡтар)
Киндер орлоғо
- Бер һабаҡта етмеш япраҡ,
Етмеш япраҡта етмеш оя,
Етмеш ояла етмеш йомортҡа.
- Төбө тамыр,
Уртаһы һеңер,
Осо май. - Төбө тамыр,
Уртаһы һеңер,
Башы майлы,
Ашамаға яйлы. - Оҙон-оҙон ҡолғалар,
Һелкенгеләп ҡуялар,
Ялбыр башлы, еҙ тешле,
Тырпайышып торалар. - Табағас башында татлым бар.
- Тиреһен кейәләр,
Кәүҙәһен ташлайҙар,
Башын ашайҙар. - Тарт та йолҡ, тарт та йолҡ,
Килеп сығыр Тарматай.
Өҙөрһөң, һуғырһың,
Кейем итеп кейерһең. - Кәртә аҫтында тирәк,
Тирәк һайын оя,
Оя һайын йомортҡа. - Өй уртаһы ҡыл арҡан,
Мөйөш һайын оя,
Оя һайын бер йомортҡа.