Киндер һуғыу (йомаҡтар)
- Шылтыр ҡыуаҡ араһына
Мылтыр таяҡ ташланым. - Сытыр-мытыр араһына
Йомро таяҡ ташланым. - Бәләкәс өйрәк сума бара,
Артынан моҙ туңа бара. - Кәртә аша бүре тартыша.
- Гөбөргәйел һөйәк кимерә.
- Ары аттым,
Бире аттым,
Уртаһына бер ҡаҡтым. - Сытырман-сатырман,
Сатырмандың араһына
Бүре инеп ҡасҡан,
Аяғына баҫҡан,
Сатын-ботон асҡан. - Сытыр-сытыр сытырман,
Сытырмандың араһында
Кәзә һауып ултырам. - Сытыр-мытыр араһына
Сыңғыл таяҡ ташланым.