- Ағас түгел — япраҡлы,
Тун түгел — тегелгән.
- Ҡат-ҡат ҡатлама,
Ҡатламанан атлама.
- Ҡат-ҡат ҡатлама,
Аҡылың булһа, ташлама.
- Ике яғы таҡта,
Асып ҡараһаң —
Эсе тулы нурлы баҡта.
- Теле юҡ — үҙе аңлата.
- Оҙон, оҙон юл киткән,
Осона тиклем кем бағыр?
Ҡар өҫтөнән эҙ киткән,
Ҡара һуҫар кем табыр?
- Асыла ла ябыла,
Йәбешкәһе зирәк кешегә табыла.
- Аҡ ер,
Ҡара тап,
Нимә булыр?
Уйлап тап.
- Ҡат-ҡат, тиерҙәр,
Ҡәбделдәхир, тиерҙәр.
Шуны белгән кешенең
Нәҫеле яҡшы тиерҙәр.
- Аҡ ялан, ҡара һуҡмаҡ,
Йөрөй белгән эҙ табыр.
- Сытыр, сытыр, сытырман ,
Сытырманға инә алмам,
Аҡбур менән бурлаған,
Көмөш менән һырлаған.
- Бик күп телдәр белһә лә,
Һөйләшмәй бер телдә лә.
Өйрәнәм, тиһәң — өйрәтә,
Ҡарышмай бер кемгә лә.
- Аҡ һандығым эсендә
Сыбар-ала күбәләк.
- Кеше түгел — һөйләй,
Кеше күңелен көйләй.
- Биттәре бар, телдәре юҡ,
Күрмәйҙәр — юҡ күҙҙәре.
Дуҫ булдыңмы, төрлө телдә
Көйләшәләр үҙҙәре.