- Ер аҫтында алтын ҡаҙыҡ.
- Ер аҫтында еҙ уҡлау,
Уны белгән егеттәргә
Бер сәкмәнлек буҫтау.
- Ер аҫтында еҙ ҡашыҡ.
- Ҡыҙыл ҡыҙым ер аҫтында,
Сәскенәйе ер өҫтөндә.
- Ерән бабам ер аҫтында,
Һаҡалдары ер өҫтөндә.
- Осо нәҙек, төбө йыуан,
Ярата уны ҡуян.
- Йәшел һаплы алтын бәке,
Ул ни?